Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
16 Ноябрь 2016, 18:05

Осрашыуҙар алда әле

Гәзиткә яҙылып бүләк отоусылар араһында төрлө һөнәр кешеләре бар. Уларҙың барыһын да милли матбуғатҡа булған һөйөү берләштерә.

Гәзиткә яҙылып бүләк отоусылар араһында төрлө һөнәр кешеләре бар. Уларҙың барыһын да милли матбуғатҡа булған һөйөү берләштерә.
Ғүмер буйы мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән Гөлшат Мөхәмәтйән ҡыҙы Кәлимуллинаға, мәҫәлән, «Ашҡаҙар» балаларҙы шәхес итеп үҫтереүҙә ҙур ярҙамсы булған. В. И. Ленин исемендәге 2-се Стәрлетамаҡ лицей-интернатыңда уның етәкселегендә «Бөрөләр» ижади түңәрәгендә шөғөлләнеүсе уҡыусылар, гәзит биттәрендә үҙ ижад емештәрен баҫтырып, тәүге тапҡыр ҡәләм көсөн һынап ҡараған.
40 йыллыҡ педагогик тәжрибәһе булған Гөлшат Мөхәмәтйән ҡыҙы бөгөн дә бик әүҙем тормош алып бара, ҡаланың «Ағинәйҙәр» клубы ағзаһы үҙен уратып алған ваҡиғаларға битараф түгел. Уны бигерәк тә балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү мәсьәләһе борсой, быға бәйле бик күп уй-фекерҙәре йыйылған. Тимәк, Гөлшат апай менән “Ашҡаҙар” биттәрендә осрашыуҙар алда әле.
Читайте нас: