Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
21 Ноябрь 2016, 17:44

ҒАЛИМ ЭҘҘӘРЕ БУЙЛАП

15 ноябрь билдәле ғалим, күренекле башҡорт этнографы, тарих фәндәре докторы, профессор Рим Зәйниғәбит улы ЯНҒУЖИНДЫҢ тыуыуына 75 йыл тулды.

15 ноябрь билдәле ғалим, күренекле башҡорт этнографы, тарих фәндәре докторы, профессор Рим Зәйниғәбит улы ЯНҒУЖИНДЫҢ тыуыуына 75 йыл тулды.
Был ваҡиғаны күптән көткәндәй, Стәрлетамаҡ районы мәктәптәренең бер төркөм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, йыйылышып, Айыусы ауылына юл тотто. Көн дауамына һуҙылып киткән сәйәхәт ғалимдың тыуған ауылынан башланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ бында яҡташыбыҙҙың туған- тыумасаларын осрата алманыҡ, ул ауаз һалған йорт нигеҙе лә юҡҡа сыҡҡан. Ә шулай ҙа халҡыбыҙға данлыҡлы Ҡаһым Мырҙашевты биргән ауыл тағы бер аҫыл улы Рим Янғужиндың иҫтәлеген мәңгеләштергән. Ғалимдың тормош юлы эҙҙәре буйлап сәйәхәткә сыҡҡан төркөмөбөҙҙө уның исемен йөрөткән Айыусы ауылы мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары ҡаршы алды. Урындағы халыҡ ауыл тарихына, уның кешеләренә бәйле мәғлүмәттәрҙе бындағы музейҙа туплаған. Уҡыусылар ауылдаштарының үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләне, айырыуса Рим Янғужин исеменә бәйле экспонаттарға ентекле иғтибар бирелде.
- Бына ғалимдың ултырып эшләгән өҫтәле, ултырғысы, лампаһы, мантияһы. 20-гә яҡын ғилми хеҙмәте, китаптары теҙелеп тора, – тип, 8-се класс уҡыусыһы Динара Ҡыҙрасова беҙҙе мауыҡтырғыс сәйәхәткә алып китте.
Читайте нас: