Стәрлетамаҡтағы «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Йәш гвардия» активистары «Нур» шифаханаһында Бөтә донъя балалар көнөнә арналған сара ойошторҙо.
1954 йылда уҡ Берләшкән милләттәр ойошмаһының Генераль ассамблеяһы конгресында 20 ноябрь – Бөтә донъя балалар көнө тип ҡабул ителгән булған. Уның төп маҡсаты – донъяның төрлө дәүләттәрендәге балаларҙы яҡлау, уларҙы лайыҡлы тормош шарттары менән тәьмин итеү. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Ер йөҙөндә йыл һайын 5 йәшкә тиклемге 11 миллион сабый вафат була, тиҫтәләрсә миллионы төрлө сирҙәрҙән ғәрипләнә. Төп сәбәп – тейешле медицина хеҙмәтләндереүе булмауҙа, был хәл бигерәк тә Африка илдәрендә киҫкен.
Бындай көнгә арналған сараны ойоштороу өсөн “Йәш гвардия” активистары юҡҡа ғына “Нур” шифаханаһын һайламағандыр. Сөнки бында республиканың ҡала һәм райондарынан ғына түгел, хатта сит илдәрҙән килгән балалар һаулыҡтарын нығыта, ял итә.
Активистар кескәй граждандарыбыҙҙы һау-сәләмәт итеп күрергә теләй, шуға ла улар балалар араһында төрлө уйындар ойоштороп, уларҙың күңелдәрен күрҙе, байрам асылын һөйләп үтте. Концерт сығыштары тамамланғандан һуң, балалар менән Ҡыш бабай ҙа уйындар ойошторҙо. Баҡтиһәң, Ҡыш бабай 18 ноябрҙә үҙенең тыуған көнөн билдәләгән булып сыҡты.
Балалар көнөн һәм Ҡыш бабайҙың тыуған көнөн берләштергән байрамда РФ Дәүләт Думаһының етенсе саҡырылыш депутаты Алексей Николаевич Изотов, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлия Николаевна Герасимова, “Нур” шифаханаһының баш табибы Рәмилә Суфиян ҡыҙы Ғәлимова ҡатнашты.
Сара аҙағында ҡунаҡтар балаларға Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты бешергән тәмле торттар бүләк итте.
Антон Исаков, Стәрлетамаҡтағы «Йәш гвардия» ойошмаһы секретары:
- Ошондай темаға арналған сара активистар идеяһы менән барлыҡҡа килде, уны “Данко” приютында ла үткәргәйнек. Беҙ ошондай саралар ярҙамында балалар араһында изгелеклек, ватансылыҡ тойғоларын үҫтереү маҡсатын ҡуябыҙ. Шул уҡ ваҡытта уйын, күңел асыу, ял итеү минуттарын да онотмайбыҙ. Артабан Яңы йыл байрамдарын ойоштора башлаясаҡбыҙ, яңы программа менән балалар баҡсаларына, балалар йорттарына, приюттарға барасаҡбыҙ.