Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
23 Ноябрь 2016, 18:51

Рәшиҙә Шәмсетдиноваға – 55 йәш

Шиғырҙарым“Нисә йылға бер юл шиғыр яҙҙым…”Ғ.Кәлимуллина.

Шиғырҙарым
“Нисә йылға бер юл шиғыр яҙҙым…”
Ғ.Кәлимуллина.
Ике йылға ике шиғыр яҙҙым,
Ике шиғыр ғына ни бары.
Яҙмышыма килеп кермәһә лә
Аҡман-тоҡмандарҙың аһ-зары.
Ике шиғыр…
Оят булып китә
Алдарымда ятҡан ҡәләмдән.
Ул бит миңә үҙе килеп керҙе
Ҡасып уйһыҙ, моңһоҙ әҙәмдән.
Шиғыр яҙам тиһәм, атам-әсәм,
Яҡындарым килә ҡунаҡҡа.
Инде яҙам тиһәм, балам сирләй,
Һырҙар ята маңлай юлаҡлап.
Таң атҡанда, шәфәҡ батҡанда ла
Аяҡ-ҡулым бәйле эш менән.
Илһам - Аҡбуҙ өркөп ҡаса мәллә
Мәшәҡәтле, тилбер кешенән.
Шиғырҙарым, ахыры, икмәк булып
Табаларҙа бешә ҡабарып.
Ҡыҙҙарымда толом булып үҫә,
Киҫмәгеҙсе, тиеп ялбарып.
Ике шиғыр…
Аҫыл шиғырҙарҙы
Яҙам тим дә, тағы туҡталам.
Аҫылдар бит ерҙә аунап ятмай,
Аҫыл эҙләп күккә уҡталам.
Күктәр серле!
Күктәр семәр-семәр!
Ерһенәм дә, ҡайтам йыр ҡайып.
“Аһ” иттерер шиғырҙарым булып,
Ике ҡыҙым булып йылмайып.
Дефо
Инглиз яҙыусыһы Д.Дефо
шундай ярлы булған.
Һуҡыр бер тин юҡ кеҫәмдә,
Дефо кеүек ярлымын.
Мин – ҡайнар йәй түгел инде,
Мин – боҙломон, ҡарлымын.
Боҙҙар ялай йөрәгемде,
Шарҡылдап көлә елдәр.
Яһил бейем кеүек төндәр,
Бәхәс ҡорорға телдәр.
Бирешергә иҫәбем юҡ,
Дефо ла бирешмәгән.
Минме ебеп төшөр ҡатын,
Мораҙға ирешмәгән?!
Бөттө ауа-түнә йәшәү,
Тороп баҫам аяҡҡа.
Иҙелгә лә таянмамын,
Таянмамын таяҡҡа.
Йырҙан ауыр күтәрәмен,
Тау үре – артылғаным.
Икәү бирешмәҫбеҙ, тиеп
Ҡосаҡлай сал ҡылғаным.
х х х
Ағайҙарым бала саҡта ерҙе
Уйнай ине бүлеп.
Тарих китабында бер аяҡта
Торған ҡарттан көлөп.
Бутанымы әллә ҡиблаларҙы
Бөгөн ғибрәт, шайтан,
Гөл ултыртам тиеп магазиндан
Тупраҡ алып ҡайтам.
Йән рәхәте
Йән рәхәте тыуған яҡта
Бөтә нәмә һағынылған.
Оҙон ҡышта ҡайталмағас,
Бурандарға һарынылған.
Йән рәхәте тыуған яҡта
Кесерткәндәр хатта һылыу.
Серекәйҙәр туй саҡырғас,
Ҡунаҡ килгән ырыу-ырыу.
Ҡуҙғалағы тел сығарып,
Эй үсекләй ҡаҡыларым.
Тәгәрәйем болондарҙа,
Беләм ерҙең ҡатыларын.
Ҡымыҙ, буҙа эсеп түгел
Иҫерәйем һауа еҫкәп.
Һине шундай яратам тип,
Бер бал ҡорто китте тешләп.
Тешләй, тием.
Юҡ та!
Һурып,
Һурып мине алды үбеп.
Һағыҙаҡтар көнләшеүҙән
Китте уны әрләп, һүгеп.
Бер – беребеҙ
әгәр табалмаһаҡ...
Хаҡлыҡтарым!
Ҡайҙа аҙаштым һуң?
Табалмайым әллә ниңә юлды?
Ҡанаттарым ғына булығыҙсы,
Күрһәтегеҙ, зинһар, уңды-һулды?!
Ҡылған изгелегем!
Ҡайһы яҡта
Йоҡлап ятаһыңдыр кире ҡайтмай?
Минең әле һынау тотҡан мәлем.
Ауыр саҡта дуҫтар дуҫты һатмай.
Сафлыҡтарым!
Ҡар бөртөгө булып,
Яуығыҙсы ҡара ер өҫтөнә.
Битлектәрен һалһын һәммәһе лә,
Һәр береһе инһен үҙ төҫөнә.
Үҙемдә мин үҙем табайымсы,
Һиндә һине эҙләп интекмәйем.
Бер-беребеҙ әгәр табалмаһаҡ,
Боҙҙар булып туңып, кителәйем.
26.11.2001.
Сәңгелдәгем
Аптырайым, ни хәл һарыларға
Һабышмайса иҫән ҡалғанмын?!
Һағышымды, ахыры, Рәүҙәгемдең
Тулҡынына илтеп һалғанмын.
Ҡанатына наҙлап алған бит ул,
Йыуатыусы хас та әсәйем.
Таштарына ятып йомшаҡ һыуын
Туйғансы бер услап эсәйем.
Беләҙеген бүләк итә талдар,
Кәңәш бирә ғорур тирәктәр.
Өгөттәрен бетеү итеп алам,
Инселәнгән хәҙер һирәктер.
Ҡарт еректәр йомшаҡ күңеллеләр
Йәш ҡоялыр йәшел күҙенән.
Аҡылымды гелән теҙген итәм –
Һис сыҡмайым оло һүҙенән.
Селтербейем сәңгелдәген аҫа,
Һиҙеп кейекһегән сағымды.
Хәлдәремде һипләп, имләп
торған
Иҫәкәйем - ғәзиз яғымдыр!
х х х
Бер илаһи мәлгә риза,
Күпкә түгел, әҙенә.
Балан булып ҡойолормон
Һинең күңелдәреңә.
Илерткес тәм һушың алыр,
Юйырһың хата иҫең.
Мөлдөрәп торған наҙҙарҙан
Туҡылыр таңың, кисең.
Сың – сың килеп урман моңо
Таралыр тирә - йүнгә.
Ашыҡсы, зинһар, яныма
Яңғыҙлығыңа күнмә.
Балан булып түшәлербеҙ
Икәүләп ҡосаҡлашып.
Ҡош юлынан юлдар төшһә
Китербеҙ күккә ашып.
Читайте нас: