Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
23 Ноябрь 2016, 13:57

Шағирә булыр уның исеме

ХХI быуат башы әҙәбиәте. Уның асылын нисек аңлатып булыр ине икән? ХХ быуат шаңдауымы ул? Әллә өр-яңының, әлегә таныш түгел күренештәрҙең башымы?

ХХI быуат башы әҙәбиәте. Уның асылын нисек аңлатып булыр ине икән? ХХ быуат шаңдауымы ул? Әллә өр-яңының, әлегә таныш түгел күренештәрҙең башымы?
Ошо хаҡта уйланған һайын күҙ алдыма ике китап килә: береһе - «Көмөш йөҙөк»тип исемләнеп, уның авторҙары: сифатында ижадтары бер осорҙараҡ тумалып сәскә атҡан ҡатын-ҡыҙ шағирәләр Айһылыу Ғарифуллина, Гөлназ Ҡотоева, Лилиә Ҡәйепова, Рәшиҙә Шәмсетдинова сығыш яһай. Икенсеһенең исеме - «Егет һүҙе», уныһы дүрт ир-егет: Рәмил Ҡолдәүләт, Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай, Ғәбиҙулла Зарипов авторлығында донъя күрҙе. Был быуын – ХХ быуат башҡорт поэзияһы традицияларынан һут, көс-кәр алып ХХI быуат әҙәбиәтенә аяҡ баҫҡан быуын ул. Ошо быуынға ике быуат алмашынған саҡта үҫергә, ҡанат нығытырға тура килде. Яңы заман уларҙың әрнеү-һыҙланыуҙарында, яҡты хыялдарында бөрөләнеп тыуҙы. Уларҙың ижадының өлгөрөү тигән этабында беҙ тарихта ҡалған эпоханың шаңдағын һәм йор шишмәләй алға ынтылыусы әҙәбиәтебеҙ киләсәген төҫмөрләй алабыҙ.
Бөгөнгө һүҙебеҙ шул быуынға ҡараған, ошо көндәрҙә 55 йәшлек юбилейын билдәләгән күренекле әҙиптәребеҙҙең береһе – Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы Шәмсетдинова хаҡында.
Өйөңдө яҡшы һаҡла:
Ҡапыл ҡунағың килер.
Үҙеңде яҡшы һаҡла:
Ҡапыл әжәлең килер, -
тигән халыҡ аҡылы менән башлана шағирәнең бер әҫәре. Яҙмыш, әжәл, тоғролоҡ, хеҙмәт – был темалар Р.Шәмсетдинова ижадында ҙур урын биләй, дөрөҫөрәге, уның шиғриәте кешене мәңге борсоған әлеге һорауҙар, әрнеүҙәр, өмөт-талпыныуҙарҙан яралған, замандың бөткөһөҙ ҡаршылыҡтарын йыра-йыра алға, яҡтыға барыусының күңел кисерештәре, йыуаныстары һәм көйөнөстәрен берләштерә. Шул юлында ул «ҡыҙыл еләнле» ҡояш, «оялсан ҡыйырсыҡ» ай менән һин дә мин серләшергә, Ҡош юлына, Етегән йондоҙға баҫып ергә күҙ ташларға ла, берсә ҡул һуҙымындағы йомарт урман-ҡырҙарҙы, ойоп ятҡан баҫыуҙарҙы гиҙергә өлгөрә. Тәҙрә төбөндәге яран гөлдәре уның хәстәрле ҡағылыуын көтә, Туйрал түбәһе, Маҡар тауҙары буйлап йөрөйһө, Рәүҙәкте буйлайһы бар. Рәшиҙә Шәмсетдинова тыуған ер изгелеген, һөйгән йәр танһыҡлығын, әсә булыуҙың ғорурлыҡ менән тулған мәлдәрен, килен, ҡәйнә булыу ҡыуаныстарын ихлас шиғыр юлдарына һала, һәр берәүҙең тәҡдиренә яҙған бөйөк бурысты - Кеше булыу, намыҫлы йәшәү ҡағиҙәләренә тоғро ҡалырға саҡыра.
Р. Шәмсетдинова лирикаһын образ-дарҙың мәғәнә-төҫмөрҙәре нескәлеге, зауыҡлы ҡашмауҙағы тәңкә-биҙәктәр кеүек һиҙелер-һиҙелмәҫ балҡып, затлылығы менән арбап-һоҡландырып тороуы билдәләй. Лирик герой ҡатын-ҡыҙҙарса баҫалҡы, инсафлы ла, бер үк ваҡытта тәүәккәл дә, сая ла.
Ҡолас ташлап бесән сапҡан саҡта
Беләккәйем юҡтыр талаһы.
Һыуыҡ шишмәм туғып биргән айран –
Барса һыуҙарымдың аллаһы, -
ти шағирә, үҙенең йәнтөйәгенә, йәншишмәһенә өндәшеп. Ижадсының һүҙ тамыры, ижад ҡомары - тыуған ерендә, халыҡсан фекерләүҙә, әлбиттә. Ишембай ере – уның йомарт шишмәләре бик күптәргә ижад ҡанаттары ҡуйған мөғжизәле сығанаҡтар. Р.Шәмсетдинованың шиғри поэтикаһы Кешенең ер, һауа, һыу, йыһан менән бер бөтөн итеп тойоуына таяна. Уның тәүге шиғыр китабында донъя күргән, тимәк, авторҙың башланғыс ижады осоронда яҙылған тәүге шиғырҙарының береһенә иғтибар итәйек:
Ҡосағымда - зәңгәр сәскә, арыш
араһында тыуған.
Ҡосағымда - ләйсән ямғыр, таңда
биттәремде йыуған.
Беҙҙең алда - тәбиғәт күренештәрен ҡосағына һыйҙыра алған романтик образ. Ул кешенең борон-борондан тышҡы донъя менән бер бөтөн итеп ҡарауынан, үҙе һәм тәбиғәт араһында бер ниндәй ҙә сик тойолмауынан яралған мифологик ҡараштарға барып тоташа. Бына бер шиғырында героиняны «борма-борма юлдар Етегәндән тыуған илдәргә алып ҡайта» («Мунса ташы»);
Ә мин һаман күккә ҡыйғырлайым,
Болот – егет, үрел, мине ҡос!
тигән ашҡыныулы өндәшеүендә ярһыу хыялдар ҡанатында елгән ғашиҡ ҡыҙ образын күҙаллайбыҙ; Таң һылыу менән матурлыҡта, егәрлелектә һынау тоторға тәүәккәллек иткән килен дә ул, бурандарға ҡосаҡ асмаған тоғро йәр ҙә; ҡунаҡҡа барғанда йондоҙҙарҙы сәк-сәк итеп батманға тултырған шаян апай роленә лә инә ул. Йыһан уға бар ишектәрен, серҙәрен аса, сөнки ул үҙе донъя мөғжизәләренә, тылсымына эйә: сабый яҙға күҙ тейгәнен тоя ала, илағанын ишетә, кәкүкте ҡош юлына осора, болот-инәйҙең мендәр ҡабартҡанын, ямғыр-бәпәйҙең ер-йүргәккә күҙ йәштәрен ҡойғанын күреп тора.
Йондоҙҙарҙы уйынсыҡтар итеп,
Сабыйымды Ай-бишеккә һалам...
Был юлдар ҙа Рәшиҙә Шәмсетдинова шиғриәтенә хас биҙәктәрҙән туҡылған. Уның «Ҡосағымда ҡояш», «Мин ҡояшҡай», «Йыһанға хаж», «Фәрештә ҡанатында» китаптарының исемдәрен генә атау ҙа авторҙың донъяны күҙаллауын, образлы фекерләү йүнәлеше хаҡында бик күпте әйтә ала. Уның романтик образдары йәшәү асылы хаҡында уйҙарының емеше булып тыуа. Шуға күрә шиғырҙар ҡоро хыял донъяһы менән сикләнмәйенсә, үҙ шәхсиәте менән генә мауығыуҙан уҙып тормоштоң әсе хәҡиҡәттәрен хис ҡайнарлығында, ҡатын-ҡыҙҙарса, әсәләрсә сабыр тәрәнлегендә асҡан шиғриәт булып ҡала. Йыһан, Етегән, Ҡояш, Ай, Ҡош юлы кеүек романтик образдарҙың тыуған тупһа, тыуған йорт, болон, аҡлан, йәш үлән, балтырған кеүек реаль ерлекле, тормошсан образдар менән йәнәш тороуын әйтеп китәйек: уларҙы береһе күктә, икенсеһе ерҙә тип; береһе – йондоҙлоҡ, икенсеһе ябай баҡса үләне тип ҡапма-ҡаршы ҡуйып булмай. Улар бер фекер яҫылығында, бер йүнәлештә - «донъя һәм мин бер бөтөн» философик-мифологик ҡараштар нигеҙендә тыуған образдар. Замандаштың үҙенең ҡан хәтерендә йәнле-йәнһеҙ тәбиғәттең тамырҙашлығы хаҡында архаик мифты тергеҙеүе булыр был.
Рәшиҙә Рәшит ҡыҙының күп кенә шиғырҙарында һәм поэмаларында был асыҡ сағылыш таба. «Йыһанға хаж» исемле поэманы миҫалға алайыҡ. Хаж ҡылыу – ислам динендә изге ғәмәлдәрҙең береһе. Һәр мосолман Мәккәгә хаж ҡылыуҙы фарыз тип һанай. Таҙарыныу, сафланыу, иман нығытыу – хаж сәфәренең маҡсаттары шулар. Поэмала хаж сәфәре ата-бабалар, ауылдаштар йәшәгән тарих төпкөлдәрен гиҙеү, яҙмыш ептәрен тиҫбеләй тартыу, фәһем алыу, изге һәм яуызлыҡ тарафтарын асыҡлау ынтылышынан ғибәрәт. Лирик герой ауыл зыяратындағы түбәләстәрҙә ауылдаштарҙың исем-шәрифтәрен уҡый, улар рухына арнаған доғалар ҡыла, йыһанды тыңлай. Мәрхүмдәр йыһанын гиҙгән лирик героиня башҡорт әҙиптәре, әҙибәләре ҡорона барып юлыға; был – матурлыҡ, камиллыҡ, гармония хөкөм һөргән Йыһан. Шул рәүешле, хаж ҡылыу – азатлыҡ һөйөүсе халыҡтың мәңге тере хәтеренә сәфәр, уның матур күңеленә баш эйеү, рухты нығытыу һәм сафландырыу.
Шағирәнең Йыһаны - түңәрәк, камил донъя, ләкин ул хәрәкәтһеҙ ҡатып ҡалған донъя түгел. Тыуым менән үлем, изгелек менән яуызлыҡ араларында Кеше үҙ яҙмышын күтәреп бара. Шағирәнең күңел яралары, йән ғазаптары, юлы-сәфәре, борма-борма һуҡмаҡтары шулар араһында булыр. Уның аҙымдары йылдар йөгөнән һәлмәкләнә, йә ауырая, йә етеҙләнә. Ғөмүмән, юл, сәфәр, сәйәхәт мотивтарының Р.Шәмсетдинова ижадында ҙур ғына урын биләүе лирик геройҙың йыһандағы хәҡиҡәт нурҙары, ҡояш яҡтылығы, күңел сафлығы артынан ынтылыштарынан тәбиғи үрелеп сыға. «Йыһанға хаж» поэмаһының сюжет ебен барлыҡҡа килтереүсе төп мотив – юл мотивы; тағы ла күп кенә шиғырҙарҙа поэтик фекер юл мотивы менән бәйле. Бына юл сатында асфальт ергә ҡуша иҙелгән күгәрсен һыны күҙ алдына баҫа, бында тарих тәгәрмәсе алдында торған халыҡ яҙмышы менән параллель үткәрелә («Күгәрсен»).
Рәшиҙә Шәмсетдинова үҙенең поэтик Йыһаны эсендә өҙлөкһөҙ сәфәрҙә. Туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр, тетрәнеүҙәр - уның юлдашы. Кешелек донъяһындағы тыуым менән үлем араһында, яҡшы менән яман араһында туҡтауһыҙ хәрәкәтте һиҙгер тойғаны, ҡайнар йөрәге аша үткәргәне өсөн дә шағирә булыр уның исеме.
Рәшиҙә Шәмсетдинованы оло юбилейы менән ҡотлап, республика-быҙҙың, ҡалабыҙҙың барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәре исеменән ижади уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: