Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
28 Ноябрь 2016, 13:18

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы – беҙҙә ҡунаҡта

Абдулҡадир Инан исемендәге китапханала “Башҡортостан ҡыҙы” журналы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу булды.

Абдулҡадир Инан исемендәге китапханала “Башҡортостан ҡыҙы” журналы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу булды.
Сараны республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы мөхәррире, шағирә Гөлназ Ҡотоева асып, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәстәрҙәре, донъяуи бурысы тураһында әйтеп үтте.
Осрашыуҙа ҡатнашҡан Стәрлетамаҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ағзалары, ағинәйҙәр, мәктәптәрҙән, балалар баҡсаһынан, китапханаларҙан килгән вәкилдәр матбуғат баҫмаларында, “Башҡортостан ҡыҙы” журналында баҫылған уҡымлы рубрикалар тураһында фекер алышты. Олоһон да, кесеһен дә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының йәмғиәттә тотҡан урыны борсой. Сөнки рухи тамырҙар нәҫелгә, затҡа, үҙең биргән емештәрҙән тармаҡланып китеүсе киләсәк быуынға ниндәй ҡеүәт өҫтәүен күптәр белеп, үҙ тарихы, ырыуында танылған билдәле, көслө, абруйлы шәхестәр менән ҡыҙыҡһына. Балаларын уларҙың миҫалында тәрбиәләй. Элек-электән һәр башҡорт үҙенең ете быуынына тиклем шәжәрәһен белергә тейеш булған, нәҫел сылбыры быуындан-быуынға аманат итеп тапшырыла килгән. Баҡтиһәң, ошо ете быуын нәҫел ҡото, ғүмере, уңышы өсөн һаман да яуаплылыҡ тота икән.
Сарала Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопова башҡорт йәмәғәтселегендә әүҙем ҡатнашыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Бында Стәрлетамаҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенә яңы рәйес тәғәйенләнде. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтен хәҙер Зөлфиә Әбделхай ҡыҙы Йәғәфәрова етәкләйәсәк.
Осрашыу һуңында “Башҡортостан ҡыҙы” журналына 2017 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында бүләк оттороу ойошторолдо. Бигерәк тә ағинәйҙәр журналға ла, беҙҙең “Ашҡаҙар” гәзитенә лә дәррәү яҙылды.
- Дуҫтар тоғролоғона ни етә.Ғаиләгеҙгә именлек, нәҫелегеҙгә ҡот-бәрәкәт, быуындан-быуынға тапшырыла килгән сылбырҙарҙың ныҡлы, ҡеүәтле булыуын теләйбеҙ һеҙгә, – тип хушлашты Өфө ҡунаҡтары.
Читайте нас: