Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
28 Ноябрь 2016, 13:47

Эскелек “ҡыҙмаса баш” менән хәл ителмәй

Ошо көндәрҙә суд хөкөмө менән Стәрлетамаҡтың данын бар илгә таратҡан ваҡиғаға нөктә ҡуйылды.

Ошо көндәрҙә суд хөкөмө менән Стәрлетамаҡтың данын бар илгә таратҡан ваҡиғаға нөктә ҡуйылды. Йәй көнө эскән килеш руль артына ултырыу сәбәпле йөклө ҡатындың ғүмерен ҡыйған Ольга Хөснөтдинова ике йыл ярымға иркенән мәхрүм ителде. Һүҙем суд хөкөмөнөң ғәҙеллеге йәки ғәҙелһеҙлеге хаҡында түгел. Бары тик “йәшел йыландың” бер көн килеп абруйыңа, хәлеңә йәки малыңа ҡарамай, яҙмышыңды һығып алыуы уйландыра. Бер үҙеңдең генә яҙмышына үрелһә әле…
Бөгөн Башҡортостан айыҡлыҡ күрһәткесе буйынса Рәсәйҙә ике баҫҡысҡа түбән тәгәрәгән, тимәк, республикала алкоголде быйыл күберәк ҡуллана башлағандар. Атап әйткәндә, 85 төбәк араһында 21-се баҫҡыста торабыҙ. Ә бына Чечня, Дағстан һәм Ингушития иң айыҡ төбәктәр исемлегендә.
Ил кимәленән төбәккә ҡайтып, йәнә бер мәғлүмәткә күҙ һалайыҡ: Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров белдереүенсә, республикала үлеп ҡалған һәр дүртенсе кеше хеҙмәт йәшендә. Шул уҡ ваҡытта күп үлемдең шаҡтай өлөшө үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар иҫәбенә тура килә. Улар, баҡтиһәң, күберәк төпкөлдәрҙә йәшәй. Йәнә бер асыш тәҡдим ителә – Башҡортостандың 11 районында алкоголдән ағыуланып үлеүселәр буйынса хәлдәр киҫкен тора. Лидерлыҡты Ғафури, Бәләбәй һәм Ҡариҙел райондары “бүлешергә теләмәй” икән.
Һандарҙан йәнә ваҡиғаларға ҡайтырға ваҡыттыр – был йәһәттән йыраҡ йөрөйһө түгел: ошо көндәрҙә генә тыуған көнөн билдәләгән бер ул атаһына бысаҡ ҡаҙаған, бер эскесе шешәләш дуҫының башын өҙөп алған… Хәйер, эш үткәс ғибрәтле теҙмәләрҙе дауам итеүҙән ни фәтүә? Төп бурысыбыҙ – ошо хәлдәр килеп тыумаһын өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө ташлап көрәшеү бит. Нисек көрәшәбеҙ – быныһы инде икенсе мәсьәлә. Һәр хәлдә, әлегә эскелек проблемаһы “ҡыҙмаса баш” менән хәл ителгән һымаҡ тойола, сөнки… артыҡ маҡтанырлыҡ һөҙөмтә күренмәй. Әйтерһең дә, һаман да “типһә тимер өҙөрҙәй ир-егеттәр ни өсөн рюмкаға ҡулын һуҙа, элмәккә башын тыға?” тигән һорауға яуап табылмаған. Бәлки, табылғандыр, бәлки, мәсьәлә сиселеү өҫтөндәлер ҙә, тик эскән килеш руль артына ултырыусылар, аңы томаланып кеше башын онтаусылар һаны ғына кәмемәй бит.
…Йәнә властарҙы әрләү һымаҡ килеп сыҡты. Тик район хакимиәте башлығы ла, депутат та килеп шул типһә-тимер өҙөрҙәй ир-егеттәрҙең ауыҙына араҡы ҡоймай, ә бына хеҙмәт урыны булдыра ала, алкоголгә ҡаршы пропаганда эше йәйелдерергә лә мөмкин – быныһы уның ҡулында!
Читайте нас: