Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
28 Ноябрь 2016, 13:50

Стәрлетамаҡта енәйәтселәр төркөмө фаш ителде

Рәсәй Эске эштәр министрлығы етәкселеге исеменә Стәрлетамаҡта йәшәүсе берәү рәхмәт хаты ебәргән.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы етәкселеге исеменә Стәрлетамаҡта йәшәүсе берәү рәхмәт хаты ебәргән.
“БР Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡтағы хеҙмәткәрҙәренә, биге-рәк тә тәфтишселәр Тимур Мәғдиевҡа, Вадим Бикбулатовҡа енәйәтселәр банда-һын тотоуҙа һәм уларға ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙә әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм”, - тиелә хатта.
Мәғлүм булыуынса, Стәрлетамаҡты 2 йыл буйы көсөргәнештә тотҡан енәйәтселәр төркөмө ҡулға алынды. Бер нисә тапҡыр енәйәткә тарттырылған 45 йәшлек ир тарафынан 2014 йылда ойошторолған банда 22 йәштән 37 йәшкә тиклемге 5 кешенән торған.
Бер аҙҙан был банда “башлығы” тағы ла яңы юлбаҫарҙар төркөмө әҙерләй. Улар республика буйлап уғрылыҡ, көсләп аҡса, мөлкәт талау менән шөғөлләнә.
Һуңынан был оҫтарып алған “етәксе” үҙ төркөмө менән фәхишәлек өсөн притон асып, аҡса йыйыу менән шөғөлләнә башлай. Бының өсөн улар үҙҙәренең таныштары аша 31-37 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйып, сауналарҙа, фатирҙарҙа, притондарҙа интим хеҙмәттәр күрһәтеү селтәрен йәйелдереп ебәрә. Бындай “законһыҙ бизнес”ҡа 15-ләп ҡатын-ҡыҙ йәлеп ителә.
Еңел генә аҡса эшләргә маташыусыларҙың эҙенә тиҙ төшәләр. Банданы тотоуҙа БР Эске эштәр министрлығының тиҙ арала йоғонто яһау отряды һәм Енәйәтте эҙәрлекләү идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.
“Мин үҙем ошо банданың ҡорбаны булдым, - тип яҙа хатында зыян күреүсе. – Мине урланылар, ныҡ итеп туҡманылар, һуңынан бармаҡтарымды киҫәбеҙ тип ҡурҡытып, мин бандиттарҙан бер тин аҡса алмаһам да, йәнәһе лә, улар араһындағы берәүҙән ҙур күләмдә аҡса алып торғанмын тип, расписка яҙҙыртып, ҡултамғамды ҡуйҙырттылар. Улар үҙҙәре мине талап, барлыҡ аҡсаларымды, мөлкәтемде алып китте”, - тип яҙа хат авторы.
Тикшереү ваҡытында 20-нән ашыу тентеү үткәрелгән. Енәйәтселәрҙең йәшәгән урыны буйынса һәм автомобилдәрендә тауышһыҙ ата торған “Вальтер” пистолеты, бурыс түләүгә распискалар, автомобиль документтары, зыян күргәндәрҙең паспорттары, аҡса һәм банк карталары табылған.
Енәйәтте тикшереү мәлендә 150-нән ашыу шаһит табылған, төрлө төрҙә экспертиза үткәрелгән. Был банданан 21 кеше зыян күргән.
“Башҡортостан Эске эштәр ми-нистрлығының Енәйәтте эҙәрлекләү идаралығының ойошҡан енәйәттәр менән көрәш бүлеге хеҙмәткәрҙәренең һәм тәфтишселәрҙең профессиональ эшмәкәрлеге ярҙамында банда фаш ителде. Енәйәтте асыуҙа эске эштәр хеҙмәткәрҙәренең берҙәм, профессиональ эш итеүе һоҡландырҙы. Рәсәй полицияһында үҙ э
Читайте нас: