Владимир Куликовҡа стәрлетамаҡтар үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.
Власть менән халыҡтың тығыҙ бәйләнештә тороуы муниципалитет үҫешендә ҙур көскә эйә, ике яҡ өсөн дә отошло. Шуныһы ҡыуаныслы: бындай аралашыу ҡалабыҙҙа юғары кимәлдә ойошторолған. Урындағы власть органдарының халыҡты борсоған һорауҙарға тура эфирҙа яуап биреүе, граждандарҙы эш бүлмәһендә ҡабул итеүҙәре инде матур йолаға әүерелде, тиһәк тә хаталанмаҫбыҙ. Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Владимир Куликовтың күптән түгел граждандар менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүе быға асыҡ дәлил. Ҡала етәксеһе мөрәжәғәт итеүселәрҙең мәсьә-ләләрен беренсе урынбаҫары Михаил Киреев һәм торлаҡ сәйә-сәте буйынса бүлек начальнигы Марат Ғөбәйҙуллин менән берлектә тикшерҙе.
Аралашыу был юлы ҡала хакимиәтендә түгел, ә “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы вәкиллегендә ойошторолдо. Влади-мир Иванович аҙна һайын стәрлетамаҡ-тар менән хакимиәт башлығы булараҡ осрашһа, кварталға бер граждандарҙы әлеге фирҡә ағзаһы сүрәтендә ҡабул итә.
Сираттағы аралашыуға бихисап халыҡ йыйылды. Мәсьәләләр төрлө өлкәгә һәм төрлө кимәлдәге проблемаларға ҡағылды.
- Урамыбыҙҙа ҡасандыр, бәлки, юл булғандыр, тик бөгөнгө көндә уның әҫәре лә ҡалмаған, - тип һүҙ башланы Венера Киреева. – Күрше урамдарға күптән асфальт түшәлде-яңыртылды, тик беҙҙеке генә “етем”.
- Урамығыҙҙы яҡшы беләм – ундай проблема бар, үтеүе ауыр, юл урыны-урыны менән убылған, - тине Владимир Куликов мөрәжәғәткә яуап итеп. – Проблеманан сығыу сараһы бар: иң башта яҙ көнө ҡом түшәрбеҙ, яйлап асфальт мәсьәләһен хәл итербеҙ, - тип тә өҫтәне ҡала башлығы.
Хакимиәт етәкселеге торлаҡ проблемаһы булғандар менән дә аралашты. Наилә Аҡсулпанова, мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта урам һепереүсе булып эшләй. Идаралыҡ компанияһы уны ваҡытлыса бүлмә менән тәьмин иткән. Мөрәжәғәт итеүсе шул бүлмәне үҙ милке итеп күрергә теләй һәм ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорай. Проблеманың айышына төшөнгәндән һуң, Владимир Иванович торлаҡ сәйәсәте буйынса бүлек начальнигына “килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын бергәләп эҙләргә” тигән күрһәтмә бирҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, ваҡиға бик үк ябайҙан түгел: Наилә ханым бүлмәне шәхси милек итеү маҡсатында суд инстанцияларын тапап, үҙе өсөн кире яуап алған.
Артабан Өфө урамында урынлашҡан йортта йәшәүсе бер төркөм граждандар мөрәжәғәт итте. Улар йәшәү шарттары менән риза түгел. Баҡтиһәң, был йорт 1955 йылда уҡ төҙөлгән һәм... бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт күрмәгән, фатир стеналары күгәргән, канализация еҫе аңҡый.
- Бөтә сәбәп шунда – беҙҙә подвал юҡ, канализация боҙоҡ, шуға бөтә бысраҡ йорт аҫтына йыйыла, - тине мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп йортта йәшәүселәр исеменән Надежда Бутенко. – Йә капиталь ремонт эшләһендәр, йә авария хәлендә тип тапһындар!
- Авария хәлендә булыр өсөн бинаның конструкцияһы боҙолорға тейеш, ә һеҙҙең йортта штукатурка ғына ҡойола. Килеп тыуған хәлдән капиталь ремонт эшләп кенә сығырға мөмкин, ул саҡта еҫ тә, күк тә булмаясаҡ, - тип тәҡдим итте ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Михаил Киреев.
- Комиссия эшен йәйелдерергә тура киләсәк, - тип өҫтәне Владимир Куликов.
Артабанғы мөрәжәғәттәр күп фатирлы йорттар янындағы туҡталҡаларға, ябылған ойошма яҙмыштарына, санитар нормалар, мираҫ һәм башҡа мәсьәләләргә ар-налды. Шуныһы үкенесле: ҡайһы бер проблемалар, уйлап ҡарағанда, ҡала хакимиәтенә тиклем барып етерлек кимәлдә лә түгел һымаҡ. Икенсе яҡтан, кемдер ярҙамға мохтаж, кемгәлер йылы һүҙ, тос кәңәш тә дәрт өҫтәй, күҙен аса. Мәҫәлән, шәхси йортон һата алмай аҙапланған ханым да бар ине ундайҙар араһында. Ике хужаһы булған был йорт уға мираҫ буйынса ҡалған. Тик апайҙы шул мираҫ баш ауырттырырлыҡ хәлгә тарытҡан: һатып алыусылар ҙа юҡ, икенсе хужаны ла таба алмай.
- Ҡала хакимиәте һатып алһа ине? – ти йорт хужаһы хатта.
Әлбиттә, аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума тигәндәй, йорт һатыусының хәлен дә аңларға мөмкин. Тик хакимиәт башлығы риэлтор түгел шул. Нисек кенә булмаһын, ҡабул итеүселәр апайҙы иғтибар менән тыңланы, ҡануниәткә ярашлы нимәләр эшләргә мөмкинлеген һөйләп аңлатты, кәңәштәрен бирҙе.
- Ҡала халҡы башлыса торлаҡ-коммуналь хеҙмәте мәсьәләләре менән мөрәжәғәт итә. Стәрлетамаҡты үҫтерергә булышлыҡ иткән төрлө тәҡдимдәр менән дә киләләр. Иң мөһиме, урындағы йәшәйеште йәмләндереүҙә был осра-шыуҙарҙа яңғыраған һәр һорау-фекер ҡиммәт, - тигән баһа бирҙе Владимир Иванович. - Шул уҡ ваҡытта шәхси милек проблемалары буйынса ла мөрәжәғәттәр күп, тик, үкенескә ҡаршы, һәммәһенә лә ярҙам итергә ҡануниәткә ярашлы мөмкинлегебеҙ юҡ, - тип тә өҫтәне хакимиәт башлығы.
Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов тәҡдим иткәнсә, әлегеләй сараларҙың йышыраҡ, граждандарҙың әүҙемерәк булыуын, власть менән халыҡтың тағы ла тығыҙыраҡ эшләүен теләргә ҡалалыр. Бит күҙгә-күҙ ҡарашып эшләүҙең һөҙөмтәһе лә башҡаса.