Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
5 Декабрь 2016, 13:16

Боксерҙар майҙансыҡлы булды

Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығының 2-се депоһы бинаһында бокс залы асылды.

Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығының 2-се депоһы бинаһында бокс залы асылды.
Ошо көндәрҙә ҡаланың 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең бокс менән шөғөлләнеүсе егеттәре махсус майҙансыҡлы булды.
Хәҙер улар троллейбус идаралығының 2-се депоһы (Көнбайыш урамы, 3-сө йорт) бинаһының икенсе ҡатында төпләнде. Бокс залы асыу тантанаһына ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Мөшәрәпов, 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Александр Суздаль, бокс буйынса атҡаҙанған тренерҙар, Европа чемпиондары, спорт мастерҙары һәм был спорт менән яңы таныша башлаған уҡыусылар килде.
Рөстәм Рәшит улы йәш боксерҙарға артабан яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүҙәрен теләне, шулай уҡ бокс ветерандарына ҡалала күмәк спортты үҫтереүгә ҙур көс һалғандары өсөн рәхмәтен әйтте. Мәғариф бүлеге начальнигы Михаил Григорьев та был залды булдырыуҙа ҡатнашҡан вайымлы кешеләргә рәхмәтен белдерҙе һәм үҙ сиратында был майҙансыҡты артабан да сафта тотор өсөн төрлө яҡтан ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.
Махсуслаштырылған спорт залын булдырыу идеяһын тәүгеләрҙән булып 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренеры Олег Уткин тәҡдим итә. Ниһайәт, тренерҙың хыялы тормошҡа ашты, яңы рингты, яңы йыһазды уның ҡулы аҫтында шөғөлләнгән йәш боксерҙар тәүгеләрҙән булып ҡулланасаҡ.
Бокс төркөмөнөң эш-ләй башлауы тураһында белдереүсе ҡыҙыл таҫманы киҫеү бурысы 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡыусыһы Альберт Әбйәли-лов менән ике тапҡыр Европа һәм профессионалдар ара-
һында Донъя чемпионы Андрей Пестряевҡа тапшырылды. Һуңынан ҡунаҡтар һәм спортсылар алдында «Надежда» мәктәптән тыш эш үҙәгенең спорт аэробикаһы төркөмө үҙҙәренең сығышы менән тантананы биҙәне.
Сара аҙағында ҡаланың мәғариф бүлеге тарафынан физик культураны һәм спортты үҫтереүҙә ҙур өлөш индергән өсөн Олег Уткин, Владимир Новодран, Эльшан Алиев рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Читайте нас: