Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
5 Декабрь 2016, 13:20

Намыҫлы хеҙмәттә – тормош мәғәнәһе

Яҡты йондоҙ кеүек кешеләр бар был донъяла. Гөлшат Ғаяз ҡыҙы Ҡәйепова ла үҙенең күркәм холҡо, матур эштәре менән тирә-йүндәгеләргә шатлыҡ өләшеп йәшәй.

Яҡты йондоҙ кеүек кешеләр бар был донъяла. Гөлшат Ғаяз ҡыҙы Ҡәйепова ла үҙенең күркәм холҡо, матур эштәре менән тирә-йүндәгеләргә шатлыҡ өләшеп йәшәй.
Тиҫтә йылдан ашыу ул Стәрлетамаҡ педагогия институтында хеҙмәт итә. 2001 йылда педагогика һәм психология факультетында лаборант булып эш башлаған хеҙмәттәшебеҙ бөгөн методика кабинетында методист һәм китапханасы вазифаһын башҡара. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте менән хәҙерге ваҡытта уҡыу залы тип аталып йөрөтөлгән урын ысын мәғәнәһендә студенттарҙың ”мәккәһенә” әүерелде. Сөнки был кабинеттың исеме алышынһа ла тәғәйенләнеше үҙгәрмәне: буласаҡ башланғыс синыф уҡытыусыларын уҡыу-уҡытыу һәм тәрбиәләү өлкәһендәге әсбаптар менән тәьмин итеү. Гөлшат Ғаяз ҡыҙы уҡыу залының китап фондын тулыландырыуға етди иғ-тибар итә: һуңғы өс йылда ғына уның тырышлығы арҡаһында китап фонды 5321 берәмектән 8303-кә етте.
Гөлшат Ғаяз ҡыҙы заман һулышын тойоп эшләй. Уҡыу залында студенттарға интернетҡа инеп эшләү мөмкинлеге тыуҙырылған. Электрон каталог булдырылған. Ваҡытлы мат-буғат баҫмаларының бай
тупланмаһы бар. Факультетта үткәрелгән сараларға күргәҙмә материалдары әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Яҙыусылар, күренекле шәхестәр менән осра-шыуҙар үткәргәндә уның ярҙамы баһалап бөткөһөҙ.
Бала саҡтан уҡ бөтә донъяһын онотоп китаптар уҡырға яратҡан ҡыҙҙың китапханасы булып китеүе, бәлки, ғәжәйеп хәл дә түгелдер. Мәғариф өлкәһендә эшләүенә бына инде тиҫтәләгән йылдар ҙа уҙып киткән. Шул осор арауығында үҙенең тармағында Гөлшат Ғаяз ҡыҙы компетентлы белгес кимәленә күтәрелде. Китапханасы эшен ул бөтә нескәлектәрен белеп башҡара. Китап һорап ингән студенттарға дәреслектәр, методик ҡулланмалар, һүҙлектәр биреү менән генә сикләнмәй, фәнни статьялар, курс һәм сығарылыш эштәре яҙғанда тейешле методик ярҙам күрһәтә, кәрәкле мәғлүмәт менән дә тәьмин итә. Үҙенә кем генә мөрәжәғәт итмәһен, уҡытыусы-профессор булһынмы, ябай студентмы, бер кемдең дә үтенесен кире ҡаҡмай, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға ынтыла. Шуғалыр ҙа был кабинеттан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй, ә ситтән тороп уҡыу бүлеге студенттарының сессияһы ваҡытында тормош ҡайнап тора. Ундай көндәрҙә йыш ҡына Гөлшат Ғаязовнаға, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, эш сәғәте тамамланһа ла, студенттарҙың һуңғы дәрестәре бөткәнен көтөп ҡалырға тура килә. Һәр кем менән ихлас аралашҡан, проблемалар килеп тыуғанда урынлы кәңәштәрен биргән, йөрәк йылыһын йәлләмәйенсә өләшкән Гөлшат апайҙарын студенттар ихтирам итә, ярата, уҡып бөтөп киткәс тә һағынып иҫкә ала. Үҙ эшен намыҫ менән башҡарған, бурыстарына яуаплы ҡараған Гөлшат Ғаязовнаның коллективта ла абруйы ҙур.
Ошо осор ваҡытында Гөлшат Ғаяз ҡыҙының хеҙмәтендәге уңыштары ҙур баһаланды, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия интитутының, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының, Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институтының маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Шәхси тормошонда ла уның бөтәһе лә ал да гөл. Ире Ринат менән утыҙ йыл татыу донъя көтәләр. Ринат Хәлим улы «Башҡорт сода компанияһы»нда яуаплы эштә – утыҙ йылдан артыҡ электролаборатория етәксеһе вазифаһын башҡара. Ҡыҙҙары Эльвира, Башҡорт дәүләт медицина университетын уңышлы тамамлап, аллерголог-иммунолог булып эшләй.
Гөлшат Ғаяз ҡыҙы үҙенең төплө аҡылы, эрудициялы булыуы, мәҙәнилеге менән күңелде йәлеп итә. Беҙ уға артабан да ғаи-ләһенең, яҡындарының тормош күгендә яҡты йондоҙ кеүек нур һибеп йәшәүен теләйбеҙ.
Читайте нас: