Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
5 Декабрь 2016, 13:16

Стәрлетамаҡ һине онотмаҫ!

Ҡәҙерле дуҫыбыҙ, хөрмәтле коллегабыҙ Рәмзиә Сыңғыҙ ҡыҙы ҒӘЛИМХАНОВА 56 ғына йәшендә ҡапыл арабыҙҙан китеп барҙы.

Ҡәҙерле дуҫыбыҙ, хөрмәтле коллегабыҙ Рәмзиә Сыңғыҙ ҡыҙы ҒӘЛИМХАНОВА 56 ғына йәшендә ҡапыл арабыҙҙан китеп барҙы.
Барыбыҙҙы ла оло ҡайғыға һалып баҡыйлыҡҡа күсеүенә бөгөн 40 көн тулды. Һуңғы йылдарҙа Рәмзиә Сыңғыҙ ҡыҙы Өфөлә йәшәһә лә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы уны үҙенең күренекле шәхесе итеп таный. Сөнки улар тормош иптәше Марат Әхәт улы менән оҙаҡ йылдар ҡалабыҙға фиҙаҡәр хеҙмәт итте. Стәрлетамаҡ халҡы Рәмзиә Сыңғыҙ ҡыҙын Стәрлетамаҡ ҡала телевидениеһының тәүге режиссеры булараҡ, ә Марат Әхәт улын Бейеү театры асылған йылдарҙа уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, талантлы бейеүсе, хореограф-педагог булараҡ белә. Ғәлимхановтар ғүмерҙәренең иң матур миҙгелдәрен ҡалабыҙға бағышланы, ижад итте, аҡыллы, тәртипле балалар үҫтерҙе. Улар икеһе лә үҙ милләтен яратҡан, мәҙәниәтен хөрмәт иткән, бар көсөн һалып эшләгән шәхестәр булып абруй ҡаҙанды. Рәмзиә Сыңғыҙ ҡыҙының ихласлығын, ҡунаҡсыллығын, дуҫтарына, йәш белгестәргә һәр саҡ ярҙам итеүен бер нисек тә онотоп булмай. Милләтебеҙҙең бына шундай мәшһүр ҡыҙы беҙҙең арала хәҙер юҡ инде. Барыбыҙ ҙа бөгөн уны юҡһынып иҫкә алабыҙ.
Коллегалары, дуҫтары мәрхүмәнең тормош иптәше Марат Әхәт улы Ғәлимхановҡа, балаларына, туғандарына сабырлыҡ теләй, уларҙың күтәргеһеҙ ҡайғыһын уртаҡлаша. Яҡын кешебеҙҙең урыны ожмахта, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын!
Дуҫтары, туғандары.
Читайте нас: