Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
5 Декабрь 2016, 13:27

Уларҙы Рәсәй саҡырҙы

1 декабрҙә Чечен Республикаһында һәм башҡа хәрби бәрелештәрҙә һәләк булыусыларҙы иҫкә алдылар.

1 декабрҙә Чечен Республикаһында һәм башҡа хәрби бәрелештәрҙә һәләк булыусыларҙы иҫкә алдылар.
Быйыл да ҡыштың беренсе көнө ҡаланың Еңеү паркы эсендәге майҙансығына студенттарҙы, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙы, Чечняла һәләк булған һалдаттарҙың ата-әсәләрен, туғандарын йыйҙы. Хәтер митингыһында шулай уҡ Чечен Республикаһындағы ҡораллы бәрелештә ҡатнашыусыларҙың «Набат» союзы рәйесе Александр Подобный, «Афғанстан ветерандары союзы» рәйесе Сергей Пахомов, ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Камалетдинов ҡатнашты.
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һәм районынан бөтәһе 2 меңдән ашыу һалдат Чечен Республикаһындағы бәрелештәрҙә ҡатнаша, уларҙың 120-һе дәүләт наградалары менән бүләкләнә, 23 егет һәләк булып ҡала. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Азат Камалетдинов яу яланында ятып ҡалған егеттәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алырға саҡырҙы.
Һәләк булған егеттәрҙең әсәләре исеменән Лидия Пугачева сығыш яһаны.
- Йылдар үтһә лә әсә йөрәге ғәзиз балаһын бер нисек тә онота алмай шул. Улдарыбыҙҙы йыйылып хәтерләүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, - тине Лидия Алексеевна.
Был һүҙҙәрҙән һуң һәйкәл сәскәләргә күмелде. Артабан теләге булған һәр кеше яугирҙарҙың ҡәберҙәрен барып күрә алды. Сара Стәрлетамаҡ ҡалаһының күп профилле колледжында «Уларҙы Рәсәй саҡырҙы» исемле әҙәби-музыкаль композиция менән тамамланды.
Читайте нас: