Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
8 Декабрь 2016, 14:17

БАЛА СИРЛӘҺӘ тамуҡ утын йота әсә йәки Инвалид балалары булған ғаиләләрҙең проблемаларын уртаға һалып...

Ҡала мәҙәниәт һарайында “Инвалид балалары булған ғаиләләрҙең көнүҙәк мәсьәләләре. Проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары” тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо.

Ҡала мәҙәниәт һарайында “Инвалид балалары булған ғаиләләрҙең көнүҙәк мәсьәләләре. Проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары” тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Сара Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте, Стәрлетамаҡ ҡалаһының депутаттар корпусы, БР Ҡоролтай депутаттары, табип-эпилептологтар һәм пациенттар берләшмәһе ҡатнашлығында үтте.
БМО (Берләшкән милләттәр ойош-маһы) күрһәткестәре буйынса, донъяла 450 миллион кеше – сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр иҫәбендә. Был - планетала йәшәүселәрҙең ундан бер өлөшө тигән һүҙ. Донъяла 200 миллионға яҡын баланың сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле. Инвалид балаларҙың һаны артҡандан-арта бара. Рәсәйҙә инвалид балалар һуңғы 10 йылда 2 тапҡыр артҡан һәм бөгөн уларҙың һаны 900 меңгә еткән.
Йыл һайын илдә 50 мең бала тыумыштан булған нәҫел сире менән тыуа, шуларҙың 70-75 проценты - инвалид.
20 йәштә ғәрип булыу ауыр, ә тыумыштан ошондай аяныслы хәлдә булыу унан да ауырыраҡ, сөнки бала саҡта сабый күп нәмәгә өйрәнергә тейеш: йәшәргә, үҙен ҡарарға, һөнәр алырға. Инвалидлыҡ уның өсөн ҙур кәртә булып тора.
- Инвалид балаларҙың проблемаһы бөтә йәмғиәт өсөн проблема булып ҡала. Бер яҡтан беҙ закондар сығарыу системаһының даими камиллашыуын күҙәтәбеҙ, ә икенсе яҡтан инвалид балалары булған ғаиләләрҙең ошо хеҙмәттәрҙең башҡарыу сифаты ме-нән ҡәнәғәт булмауын күрәбеҙ, - тине Стәрлетамаҡ ҡала округы Советы депутаты, медицина фәндәре кандидаты Светлана Флүс ҡыҙы Ковальская сараны асып.
Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә балалар инвалидлығының төп сәбәбе булып психоневрологик сирҙәр (60%), эске органдар сирҙәре (20%), таяныу-хәрәкәт аппараты (10%), күреү һәм ишетеү һәләте боҙолоу (10%) тәшкил итә.
Стәрлетамаҡта 1000 инвалид баланың 150-һе түшәктә ята, 500-гә яҡын баланың нервы системаһы һәм психикаһы ҡаҡшаған, үҫеше тотҡарланған. Бынан тыш, 300 бала эпилепсия менән яфалана, шуларҙың 10 проценты – инвалид. Тағы ла 300 балаға ДЦП диагнозы ҡуйылған. Инвалид балаларҙың 30 процентында ҡатмарлы ДЦП, эпилепсия һәм аутизм. Бына ошондай күңелһеҙ һандар килтерелде сығыштарҙа.
Сара барышында инвалид балалары булған ғаиләләрҙең хәл ителмәгән мәсьәләләре тураһында ла һүҙ булды. Әйтәйек, медицина реабилитацияһы программаһында ҡатнашыуға бәйле проблемалар; түбән матди тәьмин ителеш; сирле баланы ҡарау, тәрбиәләү, уҡытыу; баланың яҙмышы өсөн ҡайғырыу, хәүефләнеүгә бәйле психологик проблемалар. Шуға күрә йәмғиәттә инвалид балаларҙың хәлен, уларҙың ихтыяжын медицина йәһәтенән генә түгел, ә бар яҡлап та ҡәнәғәтләндерерлек белгестәрҙең профессиональ ярҙамы кәрәк.
Хәҙерге йәмғиәттә инвалид балаларҙың проблемаһын ике яҡлап хәл итеү зарур:
- беренсенән, балалар ғәриплеген иҫкәртеү (ауырлы ҡатындарға, яңы тыуған балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын күтәреү, медико-генетик учреждениелар селтәрен киңәйтеү);
- икенсенән, йәмғиәткә яраҡ-лаштырыу маҡсатында инвалид балаларҙы реабилитациялау.
Әлеге ваҡытта медицина учреж-дениелары заманса диагностика аппаратуралары менән тейешенсә йыһазландырылмаған. Шулай уҡ махсус учреждениелар ҙа квалификациялы белгес-дефектологтар менән тейешле кимәлдә тәьмин ителмәгән (бындай учрежде-ниеларҙағы хеҙмәткәрҙәрҙең ни бары 12 проценты инвалид балалар менән эшләү хоҡуғы биргән махсус белемгә эйә). Беҙҙең илдә ата-әсәләр инвалид балаларын ҡарау һәм үҫтереү буйынса тәҡдимдәр алырлыҡ консультатив хеҙмәт булдырылмаған, ата-әсәләргә һәм педагогтарға баланы уҡытыу өсөн дәреслектәр бөтөнләй юҡ тиерлек. Бер кемгә лә сер түгел: ата-әсәләр әллә күпме аҡса түгеп, бағымсылар ярҙамында сит илдәргә сығарып балаларын һауыҡтырыу юлдарын эҙләй. Хәҙер үҙебеҙҙә лә бындай үҙәктәрҙең булыуы мәғлүм булды. Сағыштырмаса осһоҙораҡ хаҡҡа. Әгәр йәмғиәт бындай балалар тыуыуға юл ҡуйған икән, уларҙы лайыҡлы тормош менән тәьмин итергә лә тейеш.
Читайте нас: