Күҙәткәнегеҙ барҙыр: тормошта ҡайһы бер ваҡиғаларҙы көнө буйы, хәйер, аҙналарға һуҙылғанын да кисереп, хәтер түрендә уның саңы ла ҡалмауы ихтимал. Юлыбыҙҙа осраған шәхестәр менән дә шулай уҡ. Тәбиғи: күңел, күрәһең, иң илаһи һәм мөһим мәлдәрҙе мәңгеләштерергә тырыша. Был ваҡиғаға ла инде юҡ тигәндә лә биш-алты йыллап барҙыр. Стәрлетамаҡ филармонияһының миҙгелен асыу концерты тураһында һүҙем. Шул тамашала бер йырсының сығышы хәтерҙә уйылып ҡалған. Уның бер генә йырын ишетеү ҙә ижадына ғашиҡ итте! Бына нисек килтереп ҡуя мәлен тормош – бөгөн Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе солисы Ғафуан ФАЗУЛЛИНдың үҙе менән әңгәмә ҡороу бәхете тәтене.
- Ғафуан ағай, дөрөҫөн әйткәндә, шул мәлдә күңел түрен яулап алған йырығыҙҙың исемен дә, һүҙҙәрен дә хәтерләмәйем, ә бына сығышығыҙ бөгөнгөләй күҙ алдында. Ни эшләп шулай икән?
- Кешенең көндәлек ихтыяжы бар, бер ыңғайҙан ул мәңгелеккә туплар төшөнсәләр менән дә йәшәй. Рухи аҙыҡ – нәҡ шул ғүмерлеккә оялаусы күренештәрҙең береһе. Тимәк, һин рухи аҙыҡ артынан килгән тамашасы булғанһың.
- Улай тиһәң, был “ризыҡҡа” мохтаж булып башҡа тамашаларҙы ла ҡыҙырам бит әле.
- Күрәһең, башҡа урында көндәлек ихтыяжды ҡәнәғәтләндерерлек кенә “аҙыҡ” тәҡдим итәләр (көлә). Бит сәнғәт ул кешене ял иттереп кенә ҡалырға тейеш түгел, ә уйландырырға, һоҡландырырға, илатырға, камиллыҡҡа ынтылдырырға һәм башҡа кисерештәр менән яндырырға бурыслы. Шул саҡта ғына ул үҙ асылында тип иҫәпләнә һәм күңелдә оялай. Ижадымдың төп маҡсаты - кешенең күңелендә ана шул мәңгелек рухи балҡышты үҫтереү.
- Улай булғас, ысын һәм ысын түгел сәнғәттең айырмаларын әйтеп бирһәгеҙ.
- Әйҙәгеҙ, әлегә ысыны тураһында ғына һүҙ йөрөтәйек. Моң, әҫәрҙе башҡарғанда йырсының кисереше һәм, әлбиттә, тауыш. Һәр хәлдә, минеңсә, ошолар – төп критерийҙар.
- Артабан, әйҙәгеҙ, һәммәһе хаҡында ентекләберәк һөйләшәйек. Ҡайҙан килгән һеҙгә был тиклем моң?
- Нуриман районындағы бер баҡсала асылды ул (көлә). Әлеге райондың Иҫке Исай ауылында бишектә бәүелдем. Һигеҙ балалы ишле ғаиләнең етенсе бәхете булһам да, ағай-апайҙарҙан миңә лә эш “артып ҡала” ине. Мал көтәм, утын ярам, шул арала ҡысҡырып йырлайым. Атай-әсәйемде, туғандарымды ауыҙыма ҡаратып теге-был хәбәр теҙәм, көлдөрәм. Баҡсала йырлағанды өйҙәгеләр генә тыңламай ине, уҡырға киткәс, күрше инәй: “Ғафуан улым бәрәңге утамағас, күңелһеҙ”, - тип ҡайғырған хатта.
- Ә ҡайҙа уҡырға киттегеҙ?
- Уҡырға тип ни, мәктәп-ауыл концерттарының, район һабан-туйҙарының береһен дә ҡалдырмай йырлап йөрөгәс, хыялым да артист булыу ине, сәнғәт училищеһына барырға ниәт ҡылдым. Әммә ауыл балаһы күп мөмкинлектәрҙән мәхрүм бит. Мин эштән арынып, барып еткәнсе, имтихандар тамамланып килә ине инде. Уҡырға индем барыбер, тик бында ла, был йылда ла, унан һуңғыларында ла түгел – ә эшләп, хәрби бурысты үтәп ҡайтҡас, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының әҙерлек курсына яҙылдым. Ике йылдан һуң әлеге уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлеге студенты инем. Вокал буйынса белгес дипломын ҡулыма алғанда, ышанаһығыҙмы-юҡмы, утыҙынсы йәш менән киткәйнем.
- Студент көйө өйләндегеҙме?
- Юҡ, әлбиттә. Юғары белемде һуң алған кеүек, ҡырҡ йәш тулып килгәндә осраттым мөхәббәтемде.
- Һуң белем алыу, һуң өйләнеү… Берәй сере барҙыр, бәлки?
- Минеңсә, был тормошта осраҡлы ғына бер нәмә лә булмай. Һәр япраҡ ҡыштырҙауына тиклем кемдеңдер тарафынан уйланылған. Бәлки, теге саҡта училище имтихандарына өлгөрһәм, тормошом башҡаса йүнәлеш алған булыр ине, ә, бәлки, бөтөнләй артист тормошонан төңөлөп, ауылға кире ҡайтып китер инем. Яҙмыш, күрәһең, белем алыуҙы тормошто аңлай башлаған мәлемә тиклем ҡалдырып торған.
Өйләнеүгә килгәндә, шундай насар холҡом бар: минеңсә, һәр күренеш идеаль булырға тейеш. Бихисап ғаиләләрҙең тарҡалыуын, эт менән бесәй һымаҡ йәшәүҙәрен күреп-ишетеп, шундай тормош кәрәкме икән ни, тип уйлай торғайным. Был ғаилә ҡороу алдындағы ҡурҡаҡлыҡмы тиһәм, ысын мөхәббәтемде, әлеге хаталарҙы ҡабатламаҫлыҡ йәремде эҙләү булған икән. Таптым тәки. Үкенескә ҡаршы, шулай ҙа барыбер яңғыҙ ҡалдым, тик был осраҡта беҙ көсһөҙ шул – ҡатыным, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын, мәрхүмә инде. Нисек кенә булмаһын, ике тиҫтәгә лә етмәгән ғаилә тарихынан үтә лә уңдым, тип әйтә алам. Ҡатыным ысын мәғәнәһендә тормош иптәше ине. Һәр хәл-ваҡиғанан сығыу юлын таба белде. Рәхмәт уға, артист булараҡ үҫешемдә лә мөһим роль уйнаны.
- Йәнә һәләт темаһына туҡталайыҡ. Йырсының төп ҡоралы – тауыш, тигән фекер бар. Килешәһегеҙме?
- Хәҙерге эстрадала кемдер буй-һынын пропагандалауҙы ла ҡорал итеп ала, шуға ғашиҡ иттерә, шул һоҡланыуҙан ләззәтләнә, илһамлана хатта. Мускул күрһәтеү, бүҫеп сығып килгән түштәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шулай ҙа тәү сиратта моңо, тауышы менән арбарға тейеш йырсы. Иң мөһиме, уны тоя белеп, кәрәкле йүнәлешкә бороу. Һаҡлауға килгәндә, эскелектән ошо байлыҡты юғалтҡан шәхестәрҙе аҙ белмәйбеҙ.
Һаҡлау тигәндән, ғүмер буйы йырлап йөрөп, бер күренешкә һаман да аптырайым. Күңел биреп концерт ҡуйһам, үҙ хәлемә ҡайтҡансы юҡ тигәндә аҙна үтә. Ҡайһы бер артистарҙың гастролдәренә ҡарайым да ғәжәп итәм: бер туҡтамай хатта 45 көн концерт бирәләр. Өҫтәүенә, был тамашаның улар үҙҙәре режиссеры ла, продюсеры ла, алып барыусыһы ла һәм башҡалары. Шул тиклем көслө организмлы кешеләрме икән ни улар?
- “Плюстар” менән эшләгәндәрен (тауышыңды яҙҙырып йыр башҡарғанда тура килтереп ауыҙыңды асып ҡына тороу) минән яҡшыраҡ беләһегеҙҙер бит…
- Уныһы аңлашыла. Тик “плюсҡа” йырлағанда ла башҡарыусы ауыҙын ҡый-мылдатып ҡына торорға тейеш түгел бит, ә кинәнеп ҡушылып йырларға кәрәк! Юҡһа, ябайлаштырып, Карл Марксса әйткәндә, аҡса түләнгән, тамашасы сифатлы тауар көтә. Ә рухи байлыҡ юллап килгән тамашасы – ас, шуға күҙе лә үткер: ҡыймылдау менән өн сығарғанды тоя.
- Моң һәм тауышты ҡапшаныҡ, ә бына әҫәрҙе башҡарғанда ниндәй кисереш тураһында әйттегеҙ?
- Өс минутлыҡ ҡына йыр бәйән иткән ваҡиғалар эсендә йәшәп алыу, минеңсә, һәр башҡарыусының бурысы. Ундағы хәлдәрҙе күңелең аша үткәрмәһәң, һин был тарих хаҡында нисек итеп башҡаларға һөйләргә йыйынаһың? Мөхәббәт темаһы икән, һин - һөйгәнең өсөн упҡынға һикерергә әҙер ҡол, һуғыш темаһы булһа - яу башында сабыр батыр! Хатта баяғы “плюсҡа” ауыҙыңды асып торһаң да.
- Тимәк, ошо һәләткә эйә булһаң, концертыңдың уңышын көт тә тор?
- Был төп кретийҙар, тинем. Бит тамашасы менән йырсы араһындағы бәйләнеште нығытыусы башҡа күренештәр ҙә бар бит әле: сағыу костюмдан алып, яҡшы эшләгән микрофон, биткә дөрөҫ итеп төшкән утҡа тиклем. Мәҙәниәт усаҡтарының етәкселәре тәү ҡарашҡа ошо ваҡ төшөнсәләр хаҡында ла уйланһын ине, тип өҫтәге килә.
- Шулай ҙа, әйтелгәндәрҙән сы-ғып, ижадығыҙҙан ҡәнәғәтһегеҙ, тип һығымта яһарға мөмкиндер? Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡһығыҙ, шулай уҡ ике тапҡыр Мәскәүҙә Союздар йортоноң Колонналар залында оркестарға ҡушылып йырлауығыҙ менән дә ғорурлана алаһығыҙ.
- Һәммәбеҙ ҙә ниндәй ҙә булһа ынтылыш йәшәргә тейеш, хәйер, шул ынтылыш беҙҙе Кеше итә лә. Хыялдарым тормошҡа ашты, тиһәм дә булалыр. Тик был эҙләнмәй-яфаланмай, ҡәнәғәтлек кисереп йәшәргә ҡала тигәнде аңлатмай.
- Ижад йортоғоҙҙағы көндә-леккә ҡайтайыҡ әле. Йәш коллегаларығыҙҙың “Ғафуан ағай үҙен репетиция ваҡытында ла концерттағы һымаҡ хис итә” тигән шаяртыуын ишеткән бар…
- Репетиция – нимә ул? Ваҡыт уҙғарып, музыка аҫтында сәхнә буйлап өйөрөлөү түгел, ә концерт мәлендә әҫәрҙе башҡарыу вариантын эҙләү, шуға был ижади мәлдә лә тауышың яҙҙырылған фонограммаға ауыҙ асып ҡына тороу ярамай, бынан тыш, бая телгә алып киткән йыр сюжетындағы хәл-ваҡиғаны кисереүгә лә урын табылырға тейеш. Йәш коллегаларыма ла был хаҡта ҡат-ҡат тылҡып киләм. Һәр хәлдә, үҙем ошо ҡанундың һәр детален үтәргә тырышам. Шуға ла репетицияларым концерт һымаҡ күренәлер.
- Репетиция залы сәхнә булғас, сәхнә түре ниндәй баһаға лайыҡ?
- Бәлки, ҡалыплыраҡ яңғырар, тик артислыҡ – ул һөнәр генә түгел, ә булмыш та. Киң танылыу яулау, хөрмәт, ҡыҙыҡлы тормош – бер, “йырым менән мин нимә әйтергә теләйем?” тигән төп һорауға ла яуап бирергә кәрәк бит. Миңә, мәҫәлән, сәхнә – эш урыны түгел, ә ошо донъяны саҡ ҡына булһа ла пакларға мөмкинлек биргән таяу. Ә паклау эше нисек бара – уныһына инде тамашасы хөкөмсө. Һәр хәлдә, бер йырымдағыса, ниңә моңлана, тимәгеҙ, был - минең йәшәү мәғәнәһе.
- Һеҙ хеҙмәт иткән Стәрлетамаҡ филармонияһы сирек быуатлыҡ тарихын билдәләй. Ошо ваҡиға айҡанлы нимәләр әйтерһегеҙ?
- Институтты тамамлағас та Силәбе өлкәһенә эшкә сығып киттем, 14 йылдан һуң Учалы филармонияһына йырларға килдем, ә бынан 9 йыл элек яҙмышым ошо ижади мөхиткә бәйләнде: йырлайым да, вокал буйынса репетитор бурысын да атҡарам. Әлбиттә, һәр тамаша йортоноң, ижади мөхиттең үҙ ҡанундары, баһаларлыҡ үҙ ҡиммәттәре бар, ә Стәрлетамаҡ филармонияһы мине берҙәмлеге, ижад итергә сикһеҙ теләге һәм көсө менән әсир итте. Ошо сифат уларға алдағы көндәрендә лә юлдаш булһын.