Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
8 Декабрь 2016, 14:15

Һеҙҙең эҙҙән барабыҙ, Рауил ағай!

Рауил Ниғмәтуллиндың халҡы өсөн янып йәшәгәнен гәзит уҡыусылар яҡшы белә. Заманында Стәрлетамаҡта башҡорт мәҙәниәте сәскә атһын, башҡорт мәғарифы үҫешһен өсөн уның һалған көсө баһалап бөткөһөҙ.

Рауил Ниғмәтуллиндың халҡы өсөн янып йәшәгәнен гәзит уҡыусылар яҡшы белә. Заманында Стәрлетамаҡта башҡорт мәҙәниәте сәскә атһын, башҡорт мәғарифы үҫешһен өсөн уның һалған көсө баһалап бөткөһөҙ. Беҙ-
ҙең 62-се “Толпар” балалар баҡсаһы ла - Рауил ағайҙарҙың хеҙмәт емеше ул.
Баҡсабыҙҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә: тәрбиәселәр балалар менән үҙ телебеҙҙә ара-лаша, мәҙәниәтебеҙҙе пропа-гандалаусы саралар үтә, ата-әсәләр менән дә әлеге йәһәттән эш ойошторолған.
Тәрбиәселәрҙең дә, ба-лаларҙың да ҡала кимәлендә үткән сараларҙа ихлас һәм әүҙем ҡатнашыуы ғәҙәти күренеш, тип әйтергә була. Билдәле шағир һәм композиторҙың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған хәтер кисәһенең дә уртаһында булдыҡ.
Хеҙмәткәрҙәребеҙҙән торған “Йәш-мәләр” вокал ансамбле шағир ижад иткән “Япраҡ еле” йыры менән башлап ебәрҙе сараны. Ә балаларҙың “Урман музыканты” китабынан шиғырҙар һөйләүе бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Рауил ағай яҙған “Айлы төн” исемле йыр баҡсабыҙҙың музыкаль етәксеһе Гөлназ Вәлиева башҡарыуында кисәнең йәнә матур бер биҙәге булды. Хәтер кисәһен күктән күҙәткән шәхестең рухы шатланғандыр, тип ышанырға ҡала.
Читайте нас: