Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
14 Декабрь 2016, 14:24

Ҡайһы мәктәптә тәмлерәк бешерәләр?

Cтәрлетамаҡтың 17-се мәктәбе бер көнгә ашнаҡсылар иленә әйләнде, бында ҡала мәк-тәптәренең иң яҡшы аш-һыу оҫталары ярышты.

Стәрлетамаҡтың 17-се мәктәбе бер көнгә ашнаҡсылар иленә әйләнде, бында ҡала мәк-тәптәренең иң яҡшы аш-һыу оҫталары ярышты.
Тәмле еҫтәре менән әллә ҡайҙарҙан уҡ үҙенә саҡырып торған конкурс бер нисә йыл рәттән ойошторолоп килә. Быйылғы 12 аш-һыу оҫтаһы 17-се мәктәп ашханаһындағы плитәләрҙе көнө буйына һынаны, ә жюри ағзалары уларҙың һәр хәрәкәтен күҙәтте. Конкурс өҫтәлгә әҙер аҙыҡ килтереп ҡуйыу менән генә тамамланмай, бында ҡулдарҙы таҙа тотоу, матур хәрәкәттәр яһау ҙа баһалана.
Ашаған белмәй, тураған белә, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, тамаҡҡа бешереү еңел һөнәрҙәрҙән түгел, бик тә яуаплы. Сөнки санитар нормаларҙы белеү мөһим, порцияларҙы дөрөҫ бүлергә, бешереү технологияһы нескәлектәрен үтәргә кәрәк. Тоҙҙо артыҡ һалып та дәрестәрҙән шау-лап килеп ингән уҡыусыларҙың кәйефен төшөрөргә мөмкин. Ә бына аш-һыуҙа ҡулланылған аҙыҡ боҙолған булһа, бигерәк тә ҡурҡыныс хәлгә тарыуың бар.
Беҙҙең ашнаҡсылар конкурстың өс талабын да үтәне: мәктәптә ҡулланырға яраған ризыҡтарҙан аш-һыу әҙерләне, уны матур итеп биҙәп, жюри ағзаларына тәме буйынса баһалауға тапшырҙы һәм билеттар буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Конкурсанттар араһында бер нисә йыл рәттән конкурста ҡатнашып еңеүселәр ҙә, яңы ғына эшләй башлаусылар ҙа бар. Мәҫәлән, 2-се гимназия ашнаҡсыһы Артем Фәйзуллин ун ай элек кенә әрменән ҡайтҡас эшкә урынлашҡан.
- 1 сәғәт 45 минут эсендә беҙ тәмле ашамлыҡ бешереп өлгөртөргә тейешбеҙ. Унда гарнир, салат, компот йәки сәй һәм берәй тәмлекәс әҙерләргә ҡушылғайны, беҙ ошоларҙы үтәнек, - тине йәш ашнаҡсы конкурстың тәүге өлөшө тураһында.
Бында алдан бешереп алып килгән аҙыҡтар күргәҙмәһе лә ойошторолғайны. Ашнаҡсылар тәрилкәләрҙә, әйтерһең дә, әкиәт донъяһы килтереп ултыртҡан. Бындағы бәлештәр, салаттар йәнһүрәт йәки әкиәттәге геройҙарға оҡшатып эшләнгән, ҡамырҙан өй һалып сығыусылар, кәрзиндәр үреүселәр ҙә бар.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы ашнаҡсы тип 1-се гимназияла эшләүсе Альбина Әлмәтова танылды. 2-се мәктәптең аш-һыу оҫтаһы Татьяна Коржанина икенсе һөҙөмтә күрһәтте, ә өсөнсө урынды 32-се мәктәп ашнаҡсыһы Елена Иванова алды. Шулай уҡ 1-се лицейҙың икенсе корпусы ашнаҡсыһы Ирина Мамошкина ”еңеүгә ынтылыш” өсөн һәм 4-се мәктәптән Сәлиә Рәхимҡолова ”мәктәп буфетында яңылыҡ индергәне” өсөн еңеүсе тип танылды.
Читайте нас: