Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
14 Декабрь 2016, 14:02

Келәмдә генә үҫешмәй көрәш

Ҡала ҡаҙаныштары “тоғон” ҙурайтып, ноябрь айында Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусылары әлеге белем усағы мөғәллиме

Ҡала ҡаҙаныштары “тоғон” ҙурайтып, ноябрь айында Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусылары әлеге белем усағы мөғәллиме Илшат Ҡотлошин етәкселегендә тиҫтерҙәре араһында уҙғарылған милли һәм халыҡ спорт төрҙәре республика фестивалендә көрәш буйынса беренселекте алды. Егеттәребеҙҙең биле шул тиклем ныҡ булды, быға хатта тәжрибәле тренерҙар ҙа һоҡланып ҡайтты. Тирләп-бешеп еңеү яулаған уҡыусыларға афариндан башҡаһын ни әйтәһең. Тик еңеү келәмдә генә яуланмай шул. Көрәшсе ҡулына таҫтамал алғанға тиклем дә күпме эш башҡарырға кәрәк әле. Күнекмәләр хаҡында ғына түгел һүҙем. Спортсыға дөрөҫ йүнәлеш биреү, кәрәкле ҡорамал менән тәьмин итеү, сараларҙы лайыҡлы кимәлдә ойоштороу – барыһы ла мөһим шул милли брендыбыҙҙы күтәреүҙә.
Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжында үткән Башҡортостандың көрәш һәм билбау көрәше спорт федерацияһының отчет конферен-цияһында тап ана шул “күҙгә күренмәгән” мөһим күренештәр хаҡында һүҙ барҙы.
- Көрәш – спорт төрө булараҡ киң даирәлә үҫешергә тейеш, - тип билдәләне сараны башлап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Вилмир Аҙнаев. Бының өсөн ниндәй шарттар үтәлергә тейешлеге артабанғы сығыш яһаусылар телмәрендә сағылды. Мәҫәлән, көрәштең һуңғы йылдарҙа республиканың бөтә район-ҡалаларына әүҙем таралыуы күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел.
- Еңеүҙәрегеҙ хаҡында әленән-әле ишетеп торабыҙ, Башҡортостан данын ил, донъя кимәлендә күтәргән көрәшселәребеҙ бар. Әммә еңеп ҡайтҡас, норма үтәлгәс, спортсыны артабан үҫтереү йәһәтенән дә хәстәрлек күрергә кәрәк: уға тейешле исем (мәҫәлән, спорт мастерына кандидат – авт.) юллау буйынса тренерҙарға, көрәшселәрҙең үҙҙәренә әүҙемлек күрһәтеүҙе үтенәм, - тине федерация етәксеһе Вәкил Ильясов.
Сер түгел, көрәш менән шөғөлләнеүселәр башлыса – мәктәп уҡыусылары, студенттар. Республика кимәлендә 52 көрәш бүлегендә, әйтәйек, 3180 үҫмер шөғөлләнә, башлыса – ауыл балалары (2015 йыл йомғаҡтары буйынса). Әммә был милли көрәш төрө күмәк спорт төрө булараҡ ҡына үҫешә тигәнде аңлатмай – күптән профессиональ кимәлдә! Тик һандар һәр ваҡыт сифат өсөн яуап бирмәй шул.
- Үткән йылда секциялар һаны артҡан, уның ҡарауы, көрәшселәр һаны кәмегән, - тигән үкенес белдерҙе Башҡортостандың Уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервын әҙерләү идаралығы начальнигы Рәшит Кәримов. – Шул уҡ ваҡытта көрәш ярыштарында ҡатнашыусылар бермә-бер артҡан: ете меңдән туғыҙ меңгә тиклем. Тимәк, спортсыларыбыҙҙың кимәле күтәрелә, теләге үҫә – һәр бер сараға ашҡынып баралар.
Әлбиттә, көрәшсене әҙерләүҙә башҡа спорт төрҙәрендәге һымаҡ күп хеҙмәт тренер иңенә төшә. Конференцияла улар хаҡында ла фекер яңғыраны. Атап әйткәндә, был йәһәттән кадрҙарҙың йәшәреүен теләргә ҡала.
Алыш мәлендә еңеү кем яғына ауыры спортсыларҙың үҙҙәренән генә түгел, ә көрәшкә хөкөм сығарыусынан да тора. Әлеге тәңгәлдә судьяларҙың ғәҙелерәк булыуы талап ителде, бигерәк тә балалар менән эш иткәндә.
…Эйе, физик яҡтан ғына сыныҡтырып ҡалмаған был илаһи спорт төрө келәмдә генә түгел, бар йәһәттән дә иғтибарға мохтаж. Тик бына ошондай көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелгән конференцияла ирекле көрәш, самбо буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, өс тапҡыр ил чемпионы булған, әлеге көндә һикһәнгә етеп килгән Нурулла ағай Хисмәтуллинды ла күрергә булған мәлдә спортты үҫтереүсе министрлыҡтың да, урындағы бү-лектең дә вәкилдәре “күҙгә салынмауы” сәйер күренеш ине. Әйтерһең дә, киләсәк быуындың сәләмәтлеге, рухи ныҡлығы көрәшселәр өсөн генә мөһим…
Читайте нас: