Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
14 Декабрь 2016, 14:13

Рафиға ГАЛИНА: “Беҙ театрға тоғро ҡалдыҡ”

Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға Арыҫлан ҡыҙы ГАЛИНА ошо көндәрҙә үҙенең күркәм ғүмер байрамын билдәләй. Матур мәшәҡәттәргә күмелгән сағына тура килеүенә ҡарамаҫтан, яратҡан актрисабыҙ “Ашҡаҙар” гәзитенә интервью бирергә лә ваҡыт тапты.

Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға Арыҫлан ҡыҙы ГАЛИНА ошо көндәрҙә үҙенең күркәм ғүмер байрамын билдәләй. Матур мәшәҡәттәргә күмелгән сағына тура килеүенә ҡарамаҫтан, яратҡан актрисабыҙ “Ашҡаҙар” гәзитенә интервью бирергә лә ваҡыт тапты.
- Рафиға Арыҫлан ҡыҙы, быйыл – Һеҙҙең юбилей йылығыҙ. Ул тағы ниндәй шатлыҡлы хәл-ваҡиғалар менән иҫегеҙҙә ҡаласаҡ?
- Эйе, ысынлап та, быйылғы йыл беҙҙең ғаилә өсөн ваҡиғаларға, иҫтәлек-ле даталарға бай. Беҙҙең өсөн икеләтә юбилей йылы: ирем Рауил Әхтәрйән улы менән бергә ғүмер итеүебеҙгә 45 йыл, Өфө сәнғәт институтын тамамлауыбыҙға - 45, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры асылыуға - 25, беҙҙең ошо театрҙа эшләүебеҙгә 25 йыл!
- Һеҙ - Стәрлетамаҡҡа профессиональ театр сәнғәтен алып килеүсе тәүге ҡарлуғастарҙың береһе. Театр булдырыу ул саҡта күптәр ышанып етмәҫтәй бер хыял ғына ине. Ә һеҙ Салауатта уңышлы ғына эшләп ятҡан ерегеҙҙән нисек ошо булмаған театрға килергә баҙнат иттегеҙ?
- Стәрлетамаҡта башҡорт театрын тергеҙеү тураһында һүҙ сыҡҡас, икеләнеп тә торманыҡ. Ошо эште башлап йөрөүсе режиссер Гөлдәр Ильясоваға ышанып, уның артынан эйәрҙек.
- Ул саҡта уҡ Һеҙ күптән өлгөрөп еткән актриса инегеҙ. Фәҡәт Стәрлетамаҡ театрында үҙегеҙҙе иң тәүге халыҡ артисы булараҡ раҫланығыҙ. Профессиональ театр сәнғәтендәге үҫешегеҙҙә кемдең йоғоноһо ҙур булды?
- Педагогтарҙан уңдым. Беҙҙе Башҡортостандың данлыҡлы артистары, режиссерҙары Ғабдулла Ғиләжев, Рафаэль Әйүпов, Вәли Ғәлимов кеүек ҙур талант эйәләре уҡытты. Әйткәндәй, Вәли Ғәлимов “Ҡара йөҙҙәр”ҙе сәхнәләштергән кеше. Мин унда Ғәлимәне уйнаным. Күренекле балерина Тамара Хоҙайбирҙина сәхнә хәрәкәте серҙәренә төшөндөрһә, Гөлли Мөбәрәкова сәхнә теле серҙәрен өйрәтте, Фәрдүнә Ҡасимова иһә сәхнә оҫталығына уҡытты. Театр сәнғәтен һыу кеүек эскән ҙур режиссер, театр тәнҡитсеһе Һөйөндөк Сәйетов ағай: “Рафиға, һин уйлаусан актриса, һиңә хәҙер етдиерәк ролдәр кәрәк”, - тип әйтә ине.
Стәрлетамаҡ беҙҙе профессиональ йәһәттән тағы ла нығыраҡ үҫтерҙе. Әлбиттә, Рауил менән беҙ бында килгәндә сәхнә тәмен, тамашасы алҡыштарын тоя белә инек инде. Иң мөһиме – беҙ сәхнәгә тоғро ҡалдыҡ. Стәрлетамаҡта башҡорт театры булһын өсөн үҙебеҙ теләп килдек. Салауатта ун ете йыл эшләнек, башта әйткәнемсә, бында эшләүебеҙгә быйыл егерме биш йыл булды.
- Театрҙың 25 йыллығына арналған тамашала Һеҙ әбей ролендә сығыш яһанығыҙ. Тыныс тәбиғәтле, шул уҡ ваҡытта йор һүҙле, һәлмәк кенә баҫып йөрөр, уйлап ҡына һөйләр башҡорт әбейе образын бар булмышында асып бирҙегеҙ. Һеҙ тыуҙырған Зифа (И.Йомағоловтың “Һине юғалтҡым килмәй”), Ф.Бүләковтың “Мөхәббәт ҡарағы”ндағы Май-гөл, И.Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары”ндағы Хәниә, В.Шекс-пирҙың “Ричард III” трагедияһындағы Герцогиня ролдәре күптән тамашасы йөрәгенә инеп ултырған. Ә шулай ҙа Рафиға Галина тигәндә, түштәрен һелкетеп, янбашын уйнаҡлатып ажарланып торған дыуамал, сая бисә образы күҙ алдына килеп баҫа...
- Эйе, ул сая ҡатын - Булат Рафиҡовтың “Замана минең ҡулда”һындағы Хөббөниса... Әлеге әбей образым 91-се йылда ҡаҙаҡ драматургы Дулат Исәбәковтың “Көтөр кешем бар минең” драмаһында уйнаған Сәлиха әбей роле ул. 33 кенә йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, ҡаты сир арҡаһында таҙарып киттем. Был спектакль Гөлдәр Ильясованың диплом эше ине. Уның тәҡдиме буйынса әбей ролен уйнарға булдым, һәм, образ бик уңышлы килеп сыҡты. Стәрлетамаҡҡа килгәс, 40 йәш тулды, шулай итеп, һуңынан әбей ролдәрен йыш ҡына башҡарырыға тура килде. Ф.Бүләковтың “Онотолған доға”һында Ҡолон инәй ролен башҡарҙым. Ошо спектакль менән театрҙың мәртәбәһен күтәрҙек. 50 йәшемә А.Цагарелиҙың “Ханума” спектаклендә димсе Ханума ролен, М. Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу”ында тыныс тәбиғәтле, сибәр ҡыҙ үҫтергән Ғәлимәбаныуҙы уйнаным.
- Һәр образ тетрәнеүҙәр, эске кисерештәр аша тыуа. Үҙеңә тәғәйен ролде “бешереп” еткергәнсе күпме тырышлыҡ, ваҡыт талап ителә. Ә шулай ҙа күңелегеҙгә яҡын ролдәрегеҙ ҙә барҙыр... Образды тулыһынса асып бирер өсөн үҙеңдә лә ошо сифаттарҙың булыуы мөһимме?
- Биш бармағың шикелле, үҙең бешергән ашың кеүек, барыһы ла яҡын. Әммә төрлөсә килеп сыға. Эшеңдең һөҙөмтәһе иң беренсе пьесанан, режиссерҙан, партнерыңдан тора. Кешене көлдөрәйем тип, үҙең шарҡылдап көлөү мөһим түгел. Артист – ул профессионализмдың иң юғары үҫеше. Сәхнәне, эшеңде, партнерыңды, коллективты яратҡанда ғына шәп әҫәр тыуа. Үҙеңдә булмаған сифаттарҙы ла, ҡапма-ҡаршылыҡлы ролдәрҙе лә уйнарға тура килә. Көслө артист һәйбәт уйнауы менән яҡшы спектакль тыуҙыра, ә шәп спектакль режиссерҙы күтәрә. Салауат театрында биш-алты режиссер менән эшләргә, ижад итергә тура килде. Гөлдәр Мозафар ҡыҙы менән бер-беребеҙҙе тәү күреүҙән үк оҡшаттыҡ. Ул тәрән фекер йөрөтөүсән режиссер, бер кемдеке менән дә бутай алмаҫлыҡ үҙ почеркы бар.
- Белеүемсә, Һеҙ Ҡурсаҡ театрында ла бер аҙ эшләп алған-һығыҙ. Был театр нимә бирҙе?
- Унда мин бер йыл эшләнем. Ул да миңә күп нәмә бирҙе. Мәҫәлән, ҡорма аша тауышты еткерергә өйрәндем. Унан һуң Өфөлә Химиктар мәҙәниәт һарайында ике йыл режиссер булып эшләнем. Н.Иҙелбайҙың “Оло юл сатында”, Мостай Кәримдең “Айгөл иле” әҫәрҙәрен сәхнәләштерҙек. Рауил менән үҙебеҙ ҙә уйнаныҡ.
- Һеҙҙе тамашасы киноактриса булараҡ та белә. Сәхнә менән кино әҫәре араһында айырма бармы?
- Ф.Бүләковтың “Ай ҡыҙы”нда, Р.Юлтаевтың “Күңелле йәшәйбеҙ” телесериалында, “Бәхет ҡошо”нда уйна-ным. Шулай ҙа сәхнә яҡыныраҡ. Сөнки сәхнәлә тамашасы менән туранан-тура аралашаһың. Тамашасы һинең менән бергә көлә, илай, алҡышлай, дәртләндерә... Йәғни тере аралашыу, тере энергия. Ә кинола башҡасараҡ - халыҡтың баһаһын һуңынан ғына ишетәһең.
- Башҡортостандың халыҡ артисы Рауил Әхтәрйән улы Галин менән һеҙ тормошта ла, сәхнәлә лә гел бергә. Ғаилә мәшәҡәттәре, балалар үҫтереү, театрҙағы ҡаҙаныштар – уларҙың барыһына тигеҙ ваҡыт бүлеп, изге маҡсаттарығыҙға иреш-кәнһегеҙ. Балаларығыҙ ҙа һеҙҙең юлды һайланымы?
- Икебеҙ ҙә сәнғәт институтында уҡыған тәүге йылдарҙа танышып өйләнештек. 3-сө курста уҡығанда Розалиябыҙ тыуҙы, ә инде Рөстәмемде 9 йылдан һуң Салауатта йәшәгәндә таптым. Бына шул дүрт айлыҡ ҡына бала менән гастролдәргә йөрөй инек. Баланы костюмдар һандығына ултыртабыҙ ҙа, үҙебеҙ сәхнәгә сығабыҙ. Балаларыбыҙ театр мөхитендә ҡайнап үҫте. Театр ене уларға бик ҡағылып етмәһә лә, балаларыбыҙҙың балалары театрҙы һайланы. Ҡыҙыбыҙҙың ике ҡыҙы ла Өфө сәнғәт институтының театр бүлегендә уҡып йөрөй. Улыбыҙҙың ҡыҙы “Ҡояшҡай” балалар бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Шөкөр, быуындар бәйләнеше дауам итә.
- Һеҙ бик күп спектаклдәрҙә ирле-ҡатынлы ролдәрҙе уйнайһығыҙ. 15 декабрҙә Стәрлетамаҡ театры сәхнәһендә буласаҡ бенефисығыҙға Рәйлә Назарғолованың “Ҡоҙағый” мелодрамаһын әҙерләйһегеҙ. Унда ла парлы ролдәрҙе башҡараһығыҙмы?
- Театрҙа эшләй башлаған тәүге йылдарҙа А.Сафроновтың “Йылмайған өсөн бер миллион”ында, М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр”ендә, А. Галиндың “Ретро”һында бергә уйнаныҡ. А.Цагарелиҙың “Ханума”һында Ханума менән Акоп, Ф.Бүләковтың “Мөхәббәт ҡарағы”нда Майгөл менән Хәйбүш ҡарт, Әнисә һәм Ишмулла Дилмөхәмәтовтарҙың “Ҡаһым түрә”-һендә мин Ҡаһымдың әсәһе Гөлбикәне, Рауил атаһы Мырҙаш бей ролен уйнаны. Х.Иргалиндың “Инә бүре ҡарғышы”нда, Р.Кинйәбаевтың “Миңә атай табығыҙ”ында ирле-ҡатынлы уйнаныҡ. Бына әле килеп, Рәйлә Назарғолованың “Ҡоҙағый”ында ла парлы ролдәрҙе башҡарабыҙ. Әҫәр ваҡиғаларға бай, парадоксаль хәлдәрҙе үҙ эсенә алған, Оло Теләк фажиғәһенә лә ҡағыла. Был юлы ла әбей - Гөлзирә ҡоҙағый ролен башҡарам.
Туғайҙағы сәскәләрҙең һәр бере-һе үҙенең матурлығы менән айыры-лып торған кеүек, һәр артист та үҙенә генә хас һәләте, булмышы, образда-ры менән айырылып тора. Яратҡан актрисабыҙ башҡаларҙыҡына оҡшамаған, тыуған яғы Салауат районында аҡҡан мул һыулы, тымыҡ Әй йылғаһы кеүек бай ижады менән халҡыбыҙҙы һөйөндөрөп йәшәһен. Рауил ағай менән парлы йондоҙ булып тағы ла бик йылдар сәхнәбеҙҙә балҡыһындар әйҙә!
Әңгәмәне
Читайте нас: