Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
19 Декабрь 2016, 14:29

Бер барып күрәйек әле

Стәрлетамаҡ картиналар галереяһында Рәсәй рәссамы Никас Сафроновтың һайланма әҫәрҙәре күргәҙмәһе дауам итә.

Стәрлетамаҡ картиналар галереяһында Рәсәй рәссамы Никас Сафроновтың һайланма әҫәрҙәре күргәҙмәһе дауам итә.
Рәсәй художество академияһының академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Никас Сафронов Стәрлета-маҡҡа ла килеп етте. Ғәҙәттә, билдәле авторҙың эштәре Рәсәйҙең һәм Европаның алдынғы музейҙарында һәм шәхси тупланмаларҙа ғына һаҡлана, быға тиклем ул яҙған картиналарҙы үҙебеҙҙә һәм сит илдәрҙә ойошторолған иң ҙур күргәҙмәләрҙә генә күрергә мөмкин ине.
Ҡиммәтле картиналарҙың бер өлөшө Стәрлетамаҡҡа ла килеп етте, автор үҙе һайлап алған 80-гә яҡын әҫәр ҡала картиналар галереяһында ҡунаҡлай. Картиналар буйынса экскурсиялар ойоштороусы Татьяна Семенова билдәләүенсә, картиналар туҙанланып тормай, һәр күргәҙмәнең үҙ зауығы булғандай, килеп ҡараусылары, баһалаусылары ла табыла. Ысынлап та, музей буш тормай, бында һәр ваҡыт йә ҙур төркөмдәр менән килгән студенттар, уҡыусылар һүрәттәрҙе уратып ала, йә булмаһа, буш ваҡытын табып килеп, картиналарға төбәлеп торған берәй кешене булһа ла осратырға мөмкин.
Картиналарҙы һүрәт төшөрөргә яратҡан бәләкәстәр ҙә килеп ҡарай, мин үҙем 31-се мәктәптең 1 К класы уҡыусыларын осраттым, улар ата-әсәләре, уҡытыусылары менән килгәйне. Кескәйҙәр менән бергә экскурсияла йөрөп картиналар менән яҡыныраҡ танышыу мөмкинлеге тейҙе. Никас Сафронов беҙгә классик портрет, пейзаж, символизм стилендәге сюжетлы композициялар һәм үҙе уйлап сығарған DreamVision стилендәге рәсемдәрҙе һайлап алып килгән.
Был картиналар Стәрлетамаҡта оҙаҡ булмаясаҡ, 20 ғинуарҙа күргәҙмә илдең икенсе яҡ ситенә - Мурманск ҡалаһына юлланасаҡ.
Читайте нас в