Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
19 Декабрь 2016, 14:23

ТӨП ДОКУМЕНТ ҠУЛДАРҘА

Рәсәй Конституцияһы көнө уңайынан йәш граждандарға паспорттар тапшырылды.

Рәсәй Конституцияһы көнө уңайынан йәш граждандарға паспорттар тапшырылды.
Ҡала хакимиәтендә 14 йәше тулған йәш граждандарға төп документты тантаналы тапшырыу йылына бер нисә тапҡыр ойошторолоп тора. Әгәр ҙә, элегерәк бындай тантанала бер тиҫтә тирәһе үҫмер ҡатнашһа, Рәсәй Конституцияһы көнөндә иһә ҡаланың 25 мәктәп уҡыусыһы Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын ҡулына алды. Улар барыһы ла - уҡыуҙа, спортта, ижадта һәм йәмәғәт эшендә уңыштарға өлгәшкән ҡыҙҙар һәм малайҙар.
Тантанаға йыйылған уҡыусылар-ҙы, уларҙың ата-әсәләрен, уҡытыусы-ларын Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Мөшәрәпов сәләмләне. Рөстәм Рәшит улы үҫмер-ҙәргә яңы документтарын тапшырып, артабан да уҡыуҙа, спортта һәм башҡа өлкәләрҙә лә яңы уңыштарға өлгәшергә, Рәсәй гражданы исемен лайыҡлы йөрөтөргә тигән теләк теләне.
Шулай уҡ төп документ алған егет һәм ҡыҙҙарҙы Рәсәй Эске эштәр ми-нистрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы урын-баҫары, подполковник Тамерлан Туҡтаров һәм мәғариф бүлегенең тәрбиә эше буйынса әйҙәүсе инспек-торы Оксана Самойлова ҡотланы.
Сара аҙағында Рәсәй Федера-цияһы Конституцияһын ҡабул итеү тарихын, гражданлыҡ хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһында ла һөйләп ишеттерҙеләр.
Читайте нас: