Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы – ул ныҡлы матди-техник база, заманса компьютерҙар менән йыһазландырылған уҡыу биналары, йәшәү өсөн бөтә шарттар булдырылған ике дөйөм ятаҡлы күркәм студенттар ҡаласығы, Рәсәй Федерацияһының төп белем биреү реестрына индерелгән инновацион уҡыу йорто.
Колледжды асылған көндән алып педагогия фәндәре кандидаты, доцент, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Антонина Никифоровна Усевич етәкләй.
“Мәғариф” өҫтөнлөклө проектында ҡатнашыу уҡыу йортона урта һөнәри белем биреү системаһында алдынғы позицияларҙы тотоуға этәргес булды.
Колледждың инновацион һәм экспе-рименталь эшмәкәрлеге йәмғиәттең белемле, конкурентлыҡҡа һәләтле йәштәргә ҡарата булған талабын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән.
Буласаҡ белгестең моделен булдырыуҙа студенттарҙың үҙидаралығы, өҫтәлмә белем биреү хеҙмәте Үҙәге базаһында ойошторолған курстар, шулай уҡ II курстан башлап тағы ла бер һөнәр алыу мөмкинлектәре һәм төрлө ижади түңәрәктәр эшмәкәрлегенең дә роле ҙур.
Шуларҙың береһе – Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледжында бына инде бер нисә йыл БР Президентының “Һәләтле балалар” программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолған “Ҡаурый ҡәләм” ижади төркөмө. Уны БР мәғариф алдынғыһы, филология фәндәре кандидаты, юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы София Фәрит ҡыҙы Кәримова етәкләй.
“Ҡаурый ҡәләм”дәр төрлө йүнәлештәрҙә ижад итә: шиғырҙар, ҡобайырҙар, нәҫерҙәр, хикәйәләр яҙа. Иң яҡшы тип табылғандарын гәзит-журналдарҙа баҫтыралар. Улар тураһында Стәрлетамаҡ ҡала телевидениеһынан, Башҡортотан юлдаш телевидениеһынан махсус тапшырыуҙар әҙерләп күрһәттеләр.
Әҫәрҙәрҙе баҫмаға тәҡдим итеүҙе, бәйгеләргә халыҡ араһына сығарыуҙы, йәш таланттарҙы табыуҙы, уларҙы төркөмгә йәлеп итеүҙе түңәрәк ағзалары үҙ аллы хәл итә. Әйткәндәй, ижади төркөм Стәрлетамаҡтың 33-сө урта мәктәбенең уҡыусылары менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырған.
Йәштәр һәр бер эшкә ҙур ихласлыҡ менән тотона, бөтә үткәрелгән сараларҙа ла тәүге урынды биләйҙәр: сценарийҙарын төҙөйҙәр, алып барыусылар вазифаһын үтәйҙәр, сығыш яһайҙар.
Мәҫәлән, йыл да үткәрелеп килгән Шәжәрә байрамдарында ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙ шәжәрәләрен төрлө формаларҙа тәҡдим итә, ырыу-нәҫелдәрендә, ауылдарында булған иҫ китмәле кешеләрҙең ҡыҙыҡлы, фәһемле яҙмыштары менән таныштыралар. Бындай сараларҙа студенттар күренекле шәхестәрҙең (Рәшит Солтангәрәев, Рәми Ғарипов, Сөләймән Муллабаев һ.б.) шәжәрәләрен тәҡдим итеү менән бер рәттән бер ҡарауға ябай ғына тойолған, әммә тиңһеҙ батырлыҡтар ҡылып ҡатмарлы тормош юлы үткән кешеләрҙең, билдәһеҙ батырҙарҙың исемдәрен халыҡҡа сығарҙылар. Мәҫәлән, Абайҙуллина Юлиәнең Стәрлебаш районы Ямғырсы ауылынан билдәһеҙ батыр – һуғыш йылдарында иң ҡурҡыныс Бухенвальд лагерында тотҡонда булып, тимерлектә йәшерен рәүештә баш күтәреүселәргә ҡоралдар әҙерләп, меңләгән кешегә иректе яҡынайтыусы, әммә ғүмере буйы власовсы мөһөрө менән көн күреүсе кеше – Кәримов Әхмәтгәрәй Әпкәрим улы тураһында бай материал туплап, тамашасыға еткереүе илебеҙҙә ысын батырҙарҙы күрә, хөрмәтләй белеү күренешенә ауаз булып яңғыраны. Әйткәндәй, “Ауылымдың билдәһеҙ батыры” исемендәге был эш Бөтә Рәсәй “ЙӘШЛЕК. ФӘН. МӘҘӘНИӘТ” ғилми-тикшеренеү һәм ижади эштәр бәйгеһендә лауреат исеменә лайыҡ булды.
“Ғаилә альбомын барлап” мультимедия презентациялары бәйгеһендә билдәле кенәздәр ырыуы Йосоповтар тураһында бай мәғлүмәт тәҡдим ителде. “Юғалған әҙәбиәт” темаһы аҫтында үткән төрлө милләт вәкилдәре булған яҙыусылар – золом ҡорбандарына арналған студенттар конференцияһы ла бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
“Патриотлыҡ – ул туған телгә һөйөү” темаһы аҫтында үткән "түңәрәк өҫтәл"дә студенттар иң актуаль һаналған әхлаҡ һәм әхлаҡһыҙлыҡ проблемалары буйынса фекер алышты. Әлеге көндә “Күп профилле колледж шарттарында студент шәхесен социалләштереү, үҙен йәмғиәткә һәләтле кеше итеп тәҡдим итеү инновацион технологияһы булараҡ проектлау эшмәкәрлеге” исеме аҫтында эшләп килгән эксперименталь майҙансыҡ сиктәрендә лә байтаҡ эштәр башҡарыла студенттар тарафынан. Еңеүҙең 70 йыллығына арналған “Беҙ – Еңеүселәр менән бер ҡандан” исемле сарала студенттар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир туғандары, ауылдаштары, тыл ветерандары, һуғыш балалары хәтирәләренә, архив материалдарына таянып башҡарылған иҫ китмәле сығыштарын тәҡдим итте. Ярты быуаттан ашыу ғүмер үткәндән һуң Тыуған иле өсөн яугирҙарса башын һалған һалдаттың тыуған яғына, тыуған тупрағына ҡайтарылыуы, яңы ғына армия хеҙмәтенән ҡайтҡан егеткә 1941 йылдың 22 июнендә тағы ла һалдат формаһы кейергә тура килгәне тураһындағы сығыштарҙы, «ҡәһәрле һуғыш мәленә тура килгән балалыҡ йылдарымды уйлаһам, әле лә йөрәгем әрней, әле лә бер һыныҡ икмәккә тилмерешеп ултырған тиңдәштәрем күҙ алдыма килә” тигән юлдарҙы ишетеү бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
“Ҡаурый ҡәләм” ижади төркөмө ағзаларының уңыштарын айырым билдәләп үтергә кәрәк. Мөхәмәҙиәрова Юлиә менән Йосопова Гөлшат Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижадына арналған республика ижади эштәр бәйгеләрендә “Йәншишмәнән эскән – үлемһеҙ” исемле сараның сценарийы һәм “Студенттар үҙ иткән темалар” иншаһы өсөн I дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Йосопова Гөлшаттың “Ташбүкән ауылы тарихы серен һаҡлаусы тау” исемле тик-шеренеү эше Бөтә Рәсәй уҡыусылар-ҙың “ЙӘШЛЕК. ФӘН. МӘҘӘНИӘТ” ғилми-тикшеренеү һәм ижади эштәр бәйгеһендә лауреат исемен яуланы. Мырҙабулатова Әлиә “Ҡартатайымдың мәктәбе” исемле тикшеренеү эше менән “Фәнгә старт” республика фәнни-ғәмәли конференцияһында III дәрәжәле дипломға эйә булды. Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева яҡташтары булған студенттарҙың ижадын дөйөмләштереүсе “Беҙ – Оло Эйек буйынан” исемле эш әҙибәнең 105 йыллығына арналған республика ижади эштәр бәйгеһендә II урын яуланы. Был эш хәҙерге көндә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында урынлашҡан З. Биишеваның музейында һаҡлана.
Йәш ижадсыларҙың айырым уңыштарына туҡталып китмәй булмай. Мәҫәлән, Ғәфүрова Карина менән Бәхтиева Динараға РФ һәм БР Мәҙәниәт йылына арналған йәш шағирҙарҙың республика семинарында ҡатнашыу, шиғырҙарын шул сараның йыйынтығында баҫтырыу бәхете тейҙе. Әҙәбиәт йылына, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына, шағирә Зөбәржәт Йәнбирҙинаның тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған республика ижади эштәр бәйгеләрендә Ғәфүрова Карина, Ямалетдинова Гөлназ, Назарова Гөлиә, Мөхәмәтҡолова Ләйсән I – III урындар яуланы. Алыҫ Ульяновск ҡалаһында тыуып-үҫкән Лилиә Хәйбуллованың үҙ шиғырҙарына йырҙар яҙып башҡарыуы иһә оло маҡтауға лайыҡ.
Тасуири уҡыу бәйгеләрендә лә “Ҡаурый ҡәләм” ерлегендә үҫкән студенттарыбыҙ һынатмай, улар исемлегенә Ғәббәсов Алмазды, Кинйәбулатова Гөлсиренде, Йосопова Гөлшатты, Хәйруллина Розалия-ны, Вәлитова Миләүшәне индереп була. Ҡала кимәлендәге матурлыҡ бәйгеләрендә лә Назарова Гөлиә менән Хәйруллина Розалия һынатманы. “Һылыуҡай” бәйгеһендә Хәйруллина Розалия “Өмөт” һәм “Интернет гүзәле” номинацияларында еңеү яулаһа, Назарова Гөлиә “Яҙ гүзәле”ндә Гран-приға лайыҡ булды.
Ижади төркөм ағзалары тарафынан “Тәүге аҙымдар” һәм “Беҙ – ышаныслы быуын” исемле ике йыйынтыҡ баҫылып сыҡты, әлеге көндә “Ҡәләмең юлдаш булһын” исеме аҫтында өсөнсө китап баҫмаға әҙерләнә.
“Ҡаурый ҡәләм”дәрҙең күптәре, колледжды тамамлап БДУ-ның Стәр-летамаҡ филиалындағы башҡорт филология факультетына, шулай уҡ М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ға уҡырға инде. Ә инде ижади төркөмдә әүҙем шөғөлләнеп, беҙҙең колледжды тамамлап, БДУ-нан һуң инде аспирантурала белем алыусы, үҙ аллы шағирә булып китеүсе Зарипова Розалия өсөн ғорурланырға ғына ҡала. Үҙенең “Ерем моңо” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығын үҙенең автографы һәм рәхмәт һүҙҙәре менән ул остазы София Фәрит ҡыҙы Кәримоваға бүләк итте лә инде. Уҡытыусы өсөн иң оло ҡаҙаныш үҙ эшеңдең емешен күреү ошо була ла инде!!!
филология фәндәре кандидаты, юғары категориялы уҡытыусы.
Талпынып ҡайтам гел генә.
Тыуған ауылым – Ҡотлоюлым,
Һиндә тыуҙым, һиндә үҫтем.
Тәмле саф һыуҙарын эстем.
Тыуған ауылым – Ҡотлоюлым,
Һиндә һәр саҡ минең күңел.
Тыйып тотоу мөмкин түгел.
Бәйләм бәйләп, сигеү сигәм,
Кейеп килдем, күрҙегеҙме,