Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
26 Декабрь 2016, 13:29

ГЕОГРАФҠА ЕТЕҮСЕ БУЛМАНЫ

Стәрлетамаҡта «Йыл педагогы - 2017» һөнәри конкурсы йомғаҡ-тары билдәле булды. Унда 50-нән ашыу мәктәп уҡытыусыһы, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, йыр буйынса етәкселәр, өҫтәмә белем биреү педагогтары үҙ-ара ярышты.

Стәрлетамаҡта «Йыл педагогы - 2017» һөнәри конкурсы йомғаҡ-тары билдәле булды. Унда 50-нән ашыу мәктәп уҡытыусыһы, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, йыр буйынса етәкселәр, өҫтәмә белем биреү педагогтары үҙ-ара ярышты.
Бер аҙна дауамында конкурсант-тар асыҡ дәрестәр үткәрҙе, тәжрибә менән уртаҡлашты, инновацион про-екттары менән таныштырҙы, фекер алышты. Бәйгеселәр күрһәткән һәр эште БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы һәм Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледж уҡытыусылары, мә-ғариф бүлеге белгестәре һәм башҡа белем биреү учреждениеларының алдынғы педагогтарынан торған жюри ағзалары баһаланы.
4-се гимназияның биология уҡытыусыһы Светлана Камалова, 5-се балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Мария Сопова, 33-сө мәктәптең биология һәм химия уҡытыусыһы Алена Шухардина, 78-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Татьяна Токарева, 2-се гимназияның татар теле уҡытыусыһы Рәүзилә Янышева, 8-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лена Лупаина төрлө номинацияларҙа еңеп сыҡты.
Бай тәжрибәле уҡытыусылар менән бер рәттән йәш белгестәр ҙә үҙҙәрен һынап ҡараны. Улар араһынан 1-се лицейҙың математика һәм информатика уҡытыусыһы Александр Камалетдинов менән 7-се мәктәптең физик культура уҡытыусыһы Мария Чижевская бүләкләнде.
Иң яҡшы педагогтарҙың да исемдәре аталды. В. И. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернат уҡытыусыһы Бүләк Ҡәйепҡолова «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Надежда» мәктәптән тыш эш үҙәге педагогы Екатерина Нуриәхмәтова «Өҫтәмә белем биреү йыл педагогы», 1-се мәктәптең информатика уҡытыусыһы Екатерина Першина «Йыл уҡытыусыһы - 2017», 21-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Римма Мусина «Йыл тәрбиәсеһе» тип танылды.
Ә конкурстың абсолют еңеүсеһе, «Йыл педагогы - 2017» исеменә 20-се мәктәптең география уҡытыусыһы Римма Жданова лайыҡ булды.
Шулай итеп, традицион конкурстың ҡала этабы тамамланды. Еңеүселәр республика кимәлендә лә һынатмаҫ, тип ышанайыҡ.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: