Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
26 Декабрь 2016, 13:26

Стәрлетамаҡ урамдарына кем исем бирә?

Йыл аҙағында хакимиәт башлығының үҙ урынбаҫарҙары менән ҡала халҡы һорауҙарына UTV телеканалында тура эфирҙа яуап биреүе инде бер нисә йыл рәттән дауам итә.

Йыл аҙағында хакимиәт башлығының үҙ урынбаҫарҙары менән ҡала халҡы һорауҙарына UTV телеканалында тура эфирҙа яуап биреүе инде бер нисә йыл рәттән дауам итә. Быйыл да был аралашыу алымы үҙ көсөндә ҡалды – яңы етәксе Владимир КУЛИКОВ үҙенең командаһы менән стәрлетамаҡтарҙы борсоған мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Шуныһы ҡыуаныслы: һорауҙар Стәрлетамаҡтың барлыҡ биҫтә-ләренән дә яңғыраны. Был йәһәттән ҡала халҡының әүҙемлегенә һоҡ-ланмау мөмкин түгел.
Әйтергә кәрәк, һорау теҙмәһе төрлө өлкәләрҙе лә тиерлек урап сыҡты. Халыҡ айырыуса юлдарҙың торошо, коммуналь хеҙмәт һәм ошо хеҙмәткә ҡуйылған хаҡтар буйынса борсола булып сыҡты. Мәҫәлән, Вокзал урамында йәшәүсе Евгений күптән вәғәҙә ителгән светофорҙың ниңә һаман да ҡуйылмауына асыҡлыҡ индереүҙе талап итте. Баҡтиһәң, әлегә проект эштәре тамамланмаған, шулай ҙа урындағы чиновниктар һүҙҙәренә ҡарағанда, алдағы йылда мәсьәләлә һәм көткән светофорҙа йәшел ут тоҡанасаҡ...
Первомайский ҡасабаһында йәшәүселәр шул биҫтәләге полик-линиканың ябылыу хәүефлеген асыҡларға шылтыратты. Бында ла ҡайғырырға урын юҡ, урындағы халыҡ табипҡа барыбер биҫтәлә генә йөрөйәсәк.
Аделя исемле шылтратыусы иһә Стәрлетамаҡта аҙыҡ-түлеккә хаҡтар-ҙың юғары булыуына ғәжәпләнә.
- Үкенескә ҡаршы, хаҡтарҙы беҙ ҡуймайбыҙ, уларҙы һатыусы (йүнсел) сығымдарҙан, килтерелгән тауарҙарҙан сығып, үҙе билдәләй, хакимиәт, үҙ сиратында, был күренеште контролдә генә тота, - тип яуап бирҙе был һорауға хакимиәт башлығы. – Минеңсә, башҡа ҡалалар менән сағыштырғанда, беҙҙә хаҡтар әллә ни артыҡ түгел, - тип тә өҫтәне Владимир Иванович.
Әйткәндәй, был аралашыуҙа ҡалала эшләп килгән киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә үҙ һорауҙарын бирә алды. Башлыса улар ҙа халыҡты борсоған көндәлек мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты.
Үткән йылда ниндәй тармаҡ күбе-рәк финансланған? Авария хәлендә ҡалған йорттарҙа йәшәүселәргә ҡайҙан яңы фатир бирелергә тейеш? Ҡаланың 250 йыллыҡ юбилейы уңайынан үткәрелгән сараларҙан етәкселәр ҡәнәғәтме һәм башҡа бик күп һорауҙар яңғыраны. Кемдер хатта ҡала урамдарына исем биреүсе менән дә ҡыҙыҡһынды. (Баҡтиһәң, 10 кешенән дә кәм булмаған төркөм тәҡдим итергә тейеш икән ул исемде, тәҡдимде ҡала хакимиәтендә махсус комиссия тикшерә.) Иң мөһиме, етәкселәр һорауҙарға тулыһынса һәм һорау биреүсегә аңлайышлы итеп яуап ҡайтарҙы. Тынысландырҙы, өмөтләндерҙе, тиһәк тә булалыр. Тик ошо өмөттәрҙең аҡланғанын ғына теләргә ҡала.
Читайте нас: