Ашҡаҙар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
26 Декабрь 2016, 13:24

Ябай ҙа, бөйөк тә остаздарыбыҙ

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы факультетында “Яңы белем биреү стандарттарына күсеү шарттарында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡыу-уҡытыуҙың көнүҙәк проблемалары” темаһына “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылды.

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы факультетында “Яңы белем биреү стандарттарына күсеү шарттарында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡыу-уҡытыуҙың көнүҙәк проблемалары” темаһына “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылды.
Сара ошо факультетҡа бар ғүмерен бағышлаған педагогик хеҙмәт ветерандары, күптән түгел үҙҙәренең матур ғүмер байрамын – 70 йәшен билдәләгән юбиляр ғалимдар: филология фәндәре кандидаты, доцент, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы Ғәлийән Ғәйнетдин улы Ҡаһармановтың һәм филология фәндәре кан-дидаты, доцент, РФ юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф отличнигы Лидия Лотфрахман ҡыҙы Сәмиғуллинаның ғилми-педагогик эшмәкәрлегенә арналды.
Был әһәмиәтле сарала, юбилярҙар менән бергә, бар ғүмерен башҡорт филологияһы факультетында рус әҙәбиәтен уҡытыуға арнаған ғалимә, филология фәндәре кандидаты, доцент, РФ юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре М.Ш.Ҡаһарманова, башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор, БР-ҙың мәғариф отличнигы З.И.Сәләхова, филология фәндәре кандидаты, доцент, РФ юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, БР-ҙың мәғариф отличнигы, БДУ Стәрлетамаҡ филиалының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Р.Х.Илишева, башҡорт филологияһы факультеты студенттары, ошо вузды төрлө йылдарҙа тамамлап, ҡалабыҙҙың һәм республикабыҙҙың билдәле уҡыу йорттарында эшләп йөрөүсе педагогтар, студенттар һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
- Милләтебеҙҙең абруйлы вәкилдәре, беҙҙең яратҡан уҡытыусыларыбыҙ! – тип өндәште юбилярҙарға Зөһрә Иҙрис ҡыҙы һәм, сараға килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләгәндән һуң, һәр ғалимдың ғилми эшмәкәрлегенә айырым туҡталып, ентекле байҡау яһаны.
Рәйсә Хәким ҡыҙы БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры А.А.Ковальскийҙың сәләмен еткерҙе һәм юбиляр ғалимдарға Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Бына тулҡынландырғыс мәл етте – юбилярҙарҙың үҙҙәренә һүҙ бирелде.
Тел яҡлауға, ҡурсалауға, өйрәнеүгә мохтаж
- Бында мин рәсми рәүештә генә түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса килдем, - тине Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына 45 йыл ғүмерен арнаған Ғәлийән Ғәйнетдин улы тулҡынланып. - Беҙ ҡырҡ алтынсы йылғылар - һуғыштан һуң тыуған балалар, тормош ҡәҙерен белеп үҫкән быуын, - тине ул хәтирәләргә бирелеп. – Тел – ул ҡоро фән, әммә тел менән шөғөлләнеүселәрҙең бөтәһе лә ҡоро түгел. Улар ҙа хискә бирелеүсән була алалар, - тине ғалим һәм, хәтер һандығын асып, студент йылдарының йәшлек хәтирәләренә әйләнеп ҡайтты. Бохарала төҙөлөш отрядында булған саҡтарын иҫкә төшөрөп, Ҡаҙағстанда алған тәьҫораттарынан тиҫтәләгән шиғырҙар яҙыуы, ударник булып ҡайтыуы тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне ул.
- Лексикология, фразеология менән сағыштырғанда, терминология буйынса эшләү ҡыйыныраҡ, - тине үҙен терминология һәм лексикология өлкәһендә иҫбатлаған Ғәлийән Ғәйнетдин улы һәм үҙенең эшләү дәүерендә 112 диплом эше менән етәкселек итеүе тураһында ла иҫкә төшөрөп үтте. - Тел тураһындағы фән – иге-сиге булмаған донъя. Тел яҡлауға, ҡурсалауға, өйрәнеүгә мохтаж, - тип тамамланы тел белгесе һүҙен һәм үҙе уҡытҡан сығарылыш курс студенттарына иҫтәлеккә китаптарын бүләк итте.
Белемеңде туҡтауһыҙ камиллаштырыу мөһим
Синтаксисты өйрәнеүселәр араһында беренселәрҙән булып башҡорт теленең синтаксисын сағыштырма планда ентекле өйрәнгән ғалимә Лидия Лотфрахман ҡыҙының 200-гә яҡын ғилми хеҙмәте, мәҡәләләре донъя күргән. Ғалимдарҙың ғилми хеҙмәттәренән торған бик күп методик ҡулланмалар тупланған стенд тап ошо хаҡта һөйләй. “Һәр саҡ үҙ өҫтөңдә эшләү кәрәк”, - тип кәңәштәр бирҙе студенттарға ғалимә. Уҡытыусылыҡ һөнәренең барлыҡ этаптарын үткән кеше булараҡ, Лидия Лотфрахман ҡыҙы педагог хеҙмәтенең ни тиклем яуаплы ла, шул уҡ ваҡытта, мауыҡтырғыс та икәнлегенә үҙенең хеҙмәт юлында инанған. Башта педагогия училищеһын тамамлап, ауыл мәктәбенең башланғыс кластарында хеҙмәт юлын башлаған йәш белгесте ғилемгә булған тәрән ҡыҙыҡһыныу Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына алып килә. Тырышлығы, ғилемгә ынтылыусанлығы менән айырылып торған студентты, уҡыуын тамамлағас та, остаздары башҡорт филология факультетына эшкә саҡыра. Бына шулай Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уның артабанғы яҙмышын билдәләй. Ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент вазифаларын намыҫлы башҡарған Лидия Лотфрахман ҡыҙын беҙ филология факультетының тәүге деканының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары булараҡ та беләбеҙ.
Был әһәмиәтле сарала ҡалабыҙҙағы 3-сө башҡорт лицей-интернаты директоры Г.Ә. Әхмәтова, ҡала мәғариф бүлегенең мәғлүмәт-методика үҙәге методисы З.Р.Хафизова ла матур теләктәрен еткер-ҙе. Ә студенттар, ғалимдарҙың эштәренә таянып, синтаксис, терминология буйынса әҙерләгән докладтары менән сығыш яһаны. Улар, темаларҙың актуаллеген тикшереп, ғалимдарҙың башҡорт тел ғилеменә индергән роле тураһында ла һөйләп үтте.
Улар факультетты ғына түгел, институтты гөрләтте!
Мин үҙем дә, ошо уҡыу йортон тамамлаусы булараҡ, яратҡан остаздарым тураһында иҫтәлектәрем менән уртаҡлаштым. Беҙ, институтты 80-се йылда тамамлаусылар, уның гөрләп торған сағында уҡыныҡ. Ғәлийән Ғәйнетдин улы Ҡаһарманов, Лидия Лотфрахман ҡыҙы Сәмиғуллина тураһында һөйләгәндә, ирекһеҙҙән, башҡорт теле кафедраһына нигеҙ һалған, филология факультетының деканы булған Харрас Ғәлиәкбәр улы Йосопов, башҡорт филологияһы факультетына нигеҙ һалған, оҙаҡ йылдар филология факультетының алыштырғыһыҙ деканы булған Булат Баҡый улы Ғафаров, институттың фәнни эштәр буйынса проректоры булған Салауат Әхмәҙи улы Галин, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһын етәкләү менән бергә, институттың профком рәйесе йөгөн тартҡан Ишбулды Ғиниәт улы Вәлитов, шулай уҡ күп йылдар кафедраны етәкләгән, факультет деканы вазифаһында ла эшләгән, башҡорт филологияһы буйынса аспирантураға нигеҙ һалған, шулай уҡ егерме йыл институттың профком рәйесе булған Данис Солтан улы Тикеев, башҡорт телен уҡытыу методикаһы серҙәренә төшөндөргән Тутыя Әғзәм ҡыҙы Бикҡужина күҙ алдына килеп баҫа... Эйе, ысынлап та, институтыбыҙҙы тап ошо бар яҡтан да өлгө булырҙай, булмышы менән ябай, талапсан, шул уҡ ваҡытта бөйөк тә булып ҡала белгән, үҙ фәнен һыу кеүек эскән тәрән белемле ағай-апайҙар гөрләтте! Улар менән бергә тотош дәүер киткәндәй... Рухтары шат булһын.
Лайыҡлы йәш көстәр килә
Заманалар үҙгәреү менән йәмғи-әтебеҙҙәге елдәр беҙҙең уҡыу йортона ла ҡағылмай ҡалманы. Тиҫтәләрсә йылдар дауамында йөҙәрләгән белгес әҙерләп сығарған башҡорт филологияһы факультетына һуңғы йылдарҙа бюджет бүлегенә студенттар ҡабул итеү өсөн бирелгән урындарҙың кәмей барыуы борсоуға һала. Шуны ла әйтмәү мөмкин түгел: күптәр, диплом алғас та, төрлө сәбәптәр арҡаһында, үҙ һөнәре буйынса эшләмәй. Шулай ҙа мәктәптәрҙә 1-се кластарҙа башҡорт теле уҡытылыуы күңелде йылыта. Тимәк, телебеҙ йәшәйәсәк, ә вузды тамамлаусылар үҙ һөнәре буйынса эшләйәсәк, тигән һүҙ.
Шул уҡ ваҡытта, студенттарҙың географик яҡтан киңәйеү күренешен дә билдәләп үтеү мөһим. Мәҫәлән, көндөҙгө бүлектә, башҡорт ҡыҙҙары һәм егеттәре менән бер рәттән, өс ҡырғыҙ студенты башҡорт теле серҙәренә төшөнә. Магистратура быйыл ғына асылыуға ҡарамаҫтан, Ҡаҙағстандың Ҡарағанды, Аҡтүбә ҡалалары вуздарынан килгән 20 магистрант башҡорт филологияһы факультетында төрлө курстарҙа үҙенең белемен камиллаштыра. Беҙҙең башҡорт филологияһы факультетынан ике студент быйыл Ҡытайҙа бер йыллыҡ стажировкала булып ҡайтҡан, йыл һайын биш студент Алтайҙа стажировка үтә. Ҡәрҙәш халыҡтар менән бына шундай хеҙмәттәшлек булдырылған.
Ярты быуаттан ашыу ваҡыт меңдәрсә кешене оло тормош юлына аяҡ баҫтырған шөһрәтле уҡыу йорто, заман ауырлыҡтарына ҡарамай, бөгөн дә дәртләнеп эшләүен дауам итә. Тырышып уҡыу менән бергә күңелле ял да итә белә улар. Был әһәмиәтле сараның студенттар әҙерләгән бик матур концерт номерҙары менән аралаштырылып алып барылыуы нәҡ ошо хаҡта һөйләй. Ҡасандыр Данис Солтан улының хәстәре менән ойошторолған “Дәрүиш” бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәре, 4-се курс студенты Роберт Мәүлетҡоловтың гитарала уйнап йырлауы, ҡыҙҙарҙың йырҙары был уҡыу йортонда рух ялҡыны дөрләп тороуын күрһәтә. Тимәк, вузды гөрләткән ағай-апайҙар эшен лайыҡлы дауам итерҙәй йәш көстәр үҫә!
Тап ошондай ихлас аралашыуҙар рухыбыҙҙы нығыта, фекерҙәр, кәңәштәр менән бүлешергә, быуындар бәйләнешен булдырырға, берҙәм булырға ярҙам итә.
Читайте нас: