РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов Стәрлетамаҡ ҡалаһы, эргә-тирәләге район һәм ҡала журналистары менән матбуғат конференцияһы ойошторҙо.
Журналистарға Алексей Николаевич Дәүләт Дума-һында ҡабул ителгән яңы программалар, бюджет, инфляцияның 4 процентҡа тиклем кәметелеүе тураһында һөйләп үтте.
Киң матбуғат саралары вәкилдәре иһә, үҙ сиратында, ҡалалар агломирацияһы, һуңғы ваҡытта фанфуриктарға бәйле фажиғәләр һәм уларға бәйле сара күреүҙәр, гәзит-журналдарҙың киләсәге, мәктәптәрҙе оптимәл-ләштереү процесы, ауыл тормошона ҡағылышлы һорауҙар бирҙе.
Агломирацияға килгәндә, был һорауға Стәрлетамаҡ миҫалында яуап килтерелде. Агломирация һүҙендә район һәм ҡалаларҙы берләштереү күҙ уңында тотолмай, ә уларҙың дөйөм планын, муниципалитет-ара бюджет бәйләнеше булдырыу тураһында һүҙ бара. Мәҫәлән, ҡалала льготалы граждандарға ер биреү өсөн майҙандар юҡ, ә майҙансыҡтарҙы Стәрлетамаҡ районы бирә ала, әммә ләкин районда ерҙе үлсәп, документтар әҙерләү өсөн аҡса юҡ, шул уҡ ваҡытта ҡалала быға средстволар бар, тик уны күсереп булмай. Депутат фекеренсә, агломирация шарттарында быны күпкә еңелерәк хәл итеп булыр ине. Шул уҡ ваҡытта ҙур төҙөлөш кәрәк булһа, мәҫәлән, аквапарк, йәки сауҙа үҙәге булһынмы, уны ла ҡала эсендә түгел, ә Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм яҡын-тирәләге райондарҙа йәшәгән кешеләргә уңайлы урында, ҡалаларҙан ситтә төҙөргә мөмкин буласаҡ. Тимәк, ял көнөндә кеше ҡалаға ағылмаҫ, ә, киреһенсә, унан ситкә сығыр ине.
Фанфуриктарға килгәндә, Алексей Николаевич был проблема һуңғы ваҡиғалар һөҙөмтәһендә тиҙ арала закондар ярҙамында хәл ителер тигән өмөт менән яуапланы. Был өлкәлә уйланырға урын бар, мәҫәлән, алкоголь продукцияһын магазиндарҙан 23:00 сәғәттән һуң һатып алып булмай, ә фанфуриктарға ниндәй хаҡ ҡуйһалар ҙа һатып алырға мөмкин. Тағы ла бер юл: алкоголь продукцияһы тигән сертификаты булмаған барлыҡ спиртлы про-дукцияны һатыу тыйылырға тейеш.
Баҫмаларға килгәндә, Алексей Николаевич, гәзит булһынмы ул, китапмы, ҡағыҙҙа яҙылған формала тотоп уҡырға яратыуын әйтеп үтте. Әммә шул уҡ ваҡытта киләсәк быуындың, үҙенең балалары миҫалында гаджеттарға күсә барыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ә шулай ҙа депутат, редакторҙарҙың баҫмаларға хаҡтарҙың артыуына күҙәтеү яһарға, хаҡтарҙы түбәнәйтеү юлын эҙләп ҡарарға вәғәҙә бирҙе.
Депутатты ОСАГО мәсьәләһе, үҙҙәрен «Авария комиссары» тип атаған хеҙмәт тә ҡыҙыҡһындыра. Уның фекеренсә, «Авария комиссарҙары» булырға тейеш түгел, һүҙен дәлилләп, ошондай миҫал да килтерҙе. Ҡулсаларҙың береһендә юл фажиғәһенә шаһит булдым, машиналар төкәлеп тә өлгөрҙө, әллә ҡайҙан теге «комиссарҙар»ҙа килеп туҡтаны. Был кеше үлеп өлгөрмәгән, ә ритуал салондары үҙ хеҙмәтен тәҡдим итә башлаған кеүек осраҡты хәтерләтә, тине ул.
Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар йәтим балалар, әсәлек хоҡуғы тартып алынған ата-әсәләрҙән алименттар түләтеү буйынса эште закондар аша нығытырға кәрәклеген белдерҙе. Йәтим балаларҙың, законлы рәүештә фатир алып, һуңынан унда ташлап киткән ата-әсәләре менән бергә йәшәү осраҡтары булыуы ла асыҡланды. Балалар йорто шарттарында йәшәргә өйрәнгән йәтимдәр, әсәләренең яңы тыуған балаларын да үҙҙәре эргәһенә алырға, артабан уларҙы ҡарап фатирлы булыу юлдарын да тапҡан. Алексей Николаевич был мәсьәләне лә үҙ эшендә ҡулланырға вәғәҙә бирҙе.
Ә беҙҙең “Ашҡаҙар” гәзите хәбәрсеһенең: “Дәүләт Думаһы депутаты креслоһында үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ?” - тигән һорауына ул, шаярыу ҡатыш, “йомшаҡ, әммә мин үҙем ҡатыла ултырырға яратам”, тип яуапланы. Тимәк, депутат әүҙем һәм етди эшмәкәрлек алып барырға ниәтләнә.