Белешмә. Фәнзил Сыңғыҙов 1969 йылдың 21 майында Ҡырмыҫҡалы районының Мөкәй ауылында тыуған. «Тарих» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда Ҡырмыҫҡалы районында З.Вәлиди исемендәге крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы рәйесенең коммерция буйынса урынбаҫары булып башлай.
1994 – 1997 йылдарҙа – Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн урта дөйөм белем биреү мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, директоры.
1997 – 1999 йылдарҙа – Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры.
1999 – 2009 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы.
2009 – 2011 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге мөдире урынбаҫары, мәҙәниәт, спорт, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр эштәре һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр бүлеге мөдире, гуманитар өлкәне үҫтереү, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге мөдире.
2011 – 2018 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы.
2018 йылда Фәнзил Сыңғыҙов бер ай самаһы Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын биләне.
http://www.bashinform.ru/news/1237533-v-bashkirii-naznachili-novogo-rukovoditelya-gafuriyskogo-rayona/