Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
18 Ғинуар 2019, 13:02

Һарыҡты,ҡуянды, сусҡаны кем ашамаған?

Толбазыла "чупакабра" йәнлегенең һөжүмдәре дауам итә, был юлы ла серле яныуар йорт хайуандарын ашамайынса ғына ҡандарын эсеп үлтереп киткән.

Ауырғазы районының Толбазы ауылында ниндәйҙер йәнлек 9 йорт ҡуянын үлтереп киткән. Был турала социаль селтәрҙәрҙә яҙалар, ҡуяндарҙың хужаһы һөжүм итеүсе йыртҡысты ла күреп өлгөргән.
Ир һүҙҙәре буйынса хужалыҡҡа ингән йыртҡыс йорт ҡуяндарын үҙенсәлекле итеп үлтергән. Бәлки уны йыртҡыс тип әйтеү ҙә дөрөҫ түгелдер, сөнки ул ҡуяндарҙың ҡанын ғына һурып алған, үлектәрҙә тешләү, өҙгөләп йыртҡыслау эҙҙәре лә юҡ. Серле йән эйәһен әлегә тиклем бер кем дә күргәне юҡ ине, әммә был юлы ҡуяндарҙың хужаһы уны күреп ҡалған, әммә ҡараңғыла уның ниндәй әнлек булыуын билдәләй алмаған, ҡасып барған шәүләһен генә күҙәткән. Иң мөһиме йәнлек был юлы ла үҙенең атлап йөрөгән эҙҙәрен ҡалдырмаған.
Йорт ҡуяндары ишектәре ныҡлы бикләнгән ситлектә ултырған булған. Билдәһеҙ йәнлек ишектәрҙе емереп асҡан да ҡуяндарҙы һөйрәп сығарып үлтереп һалған.
Социаль селтәрҙәрҙә иһә билдәһеҙ йәнлекте чупакабра кеүек ҡурҡыныс исем менән атарға ашыҡмайҙар, һөжүмде ҡарһаҡ йә һыуһар ойошторған тигән комментарийҙар ҡалдырғандар.
Толбазала ошондай ысул менән йорт хайуандарын үлтереү осраҡтары тәүге тапҡыр түгел, быға тиклем 2015 йылда йорт ҡуяндарын, ә 2017 йылда сусҡа һәм һарыҡтарҙы ашамайынса үлтереп киткәндәр ине.
Читайте нас: