Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
22 Ғинуар 2019, 13:41

Мал ҡарауы еңелдән түгел

Билдәле булыуынса, кеше сус-ҡаны бынан 6-7 мең йыл самаһы элек үк ҡулға эйәләштергән. Боронғо замандарҙан уҡ аусыларға ҡырағай сусҡалар – ҡабандар бар ерҙә лә осраған булған. Уларҙы һыу буйындағы ҡамышлыҡтарҙа, йылға үҙәндәрендәге ҡыуаҡлыҡтарҙа аулағандар. Ҡабандар имән сәтләүеге, бешкән алма һәм груша эҙләп ашағандар, ҡамыш тамырҙарын аҡтарғандар. Ер өҫтөндәге ҡош ояларын туҙҙырғандар, ваҡ йәнлектәр, хатта йыландар менән туҡланғандар. Был әрһеҙ хайуандарҙы йортҡа эйәләштереү әллә ни ҡыйын булмаған. Ҡулға эләккән ҡабан сусҡалары “тотҡонда” йәшәргә тиҙ күнеккән һәм бик тиҙ үрсегән.

«Рощинский» совхозының сусҡа комплексына юлланғанда мин ошоларҙы күҙ алдына баҫтырҙым. Ни өсөн тигәндә, сусҡа мал булараҡ та зыянһыҙ, ә туҡланыу аҙығы булараҡ уға ихтыяж етерлек. Фермаға етер-етмәҫтән ундағы еҫ танауға бәрелә. Беҙҙе бында баш зоотехник Ильмира Хәйретдинова ихлас ҡаршы алды һәм бында 1993 йылдан бирле эшләүсе Зөлфиә Дәүләтҡолова менән сусҡалар янына алып барҙы. Унда беҙҙе участка начальнигы Ирек Рафаэль улы Кинйәғолов ҡаршыланы. Әйткәндәй, был комплексты хәҙер Әхәт Хызыр улы Шаһиев етәкләй. Коллектив татыу, бер төптән булып хеҙмәт итәләр. Бында үҙ эшенең оҫталары эшләй.
Танышыу барышында көн һайын ике цехтағы 760 баш сусҡаны ҡараған, уларҙы тәрбиәләгән Зөлфиә Зөфәр ҡыҙынан (һүрәттә) уларҙың үҙенсәлектәре менән дә ҡыҙыҡһындым.
– Аҙыҡҡа талымһыҙ булыуҙары һәм характерҙары менән сус-ҡалар – боронғо бабалары – ҡабандарға бик ныҡ оҡшаш. Ҡырағай ҡабандар кеүек, улар насар күрә, әммә яҡшы ишетә, еҫкә бик һиҙгерҙәр. Иреккә сығарһаң, ер ҡаҙырға тотоналар. Был хайуан оҙаҡ йылдар буйына кеше тәьҫирендә бик ныҡ үҙгәргән. Хәҙерге сусҡалар төндә йоҡлай, көндөҙ тамаҡ туйҙыра, ә элек киреһенсә булған. Улар ҡырағай сусҡаларға ҡарағанда ике-өс тапҡыр артыҡ бала таба. Ғәҙәттә, йылына ике тапҡыр балалай. Сусҡа балалары бик тиҙ үҫә. Яҡшы тәрбиәләһәң, улар таҙалыҡты ярата, рәхәтләнеп һыуҙа ла ҡойона. Ярты йыл һайын, йәғни уларҙың ауырлығы 100 килограммға еткәс, һуғымға оҙатабыҙ, – тине ул тәжрибәһе менән уртаҡлашып.
Әлбиттә, Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙың был тарафтарға нисек килеп юлығыуы ла ҡыҙыҡһындырҙы мине. Баҡтиһәң, Рощин-ский ҡасабаһындағы егеткә кейәүгә сыҡҡан икән. Ҡайны-ҡәйнәһе лә ошонда эшләгән булған.
Бында ғаиләләре менән хеҙмәт итеүсе-ләр етерлек икән. Мәҫәлән, байтаҡ йылдар сусҡа ҡараусы булып эшләүселәрҙең береһе Юлиә Евсеева 1981 йылда, совхоз асылған ваҡытта, Ауырғазы районынан ғаиләһе менән күсеп килгән, ул саҡта күптәр бында килеп фатирлы булған. Хәҙер уның балалары ла бында хеҙмәт итә. Ә бына Людмила Никитинаның бында эшләүенә 2019 йылдың 11 мартында 38 йыл булһа, Әлиә Батталова 33 йыл эшләй. Улар ҙа бында бөтә ғаилә ағзалары менән хеҙмәт итәләр.
“Сусҡа ҡарауы еңелме?” – тигән һорауыма аралашҡан малсыларҙың һәммәһе лә: “Мал ҡарауы еңелдән түгел, уны яратмаған кеше бында эшләй алмай”, – тип, бер тауыштан яуап бирҙеләр.
Был тырыш коллективҡа киләһе йылдарҙа ла уңыштар, бар яҡтан да ҡәнәғәт булған хеҙмәткәрҙәр теләйбеҙ.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас: