Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
11 Февраль 2019, 15:45

БАЛТА МЕНӘН ЭШЛӘГӘНДӘРМЕ?

Интернетта Салауат ҡалаһында асылған яңы һәйкәлгә бәйле ҡыҙыу әңгәмәләр барлыҡҡа килгән. Халыҡҡа һын оҡшап етмәгән. “Балта менән эшләгәндәрме?” тигән һорау ҡуя улар.

Яңы һынды 9 февраль көндө ҡыҙыу нөктәләрҙә һәләк булыусыларға бағышланған иҫтәлекле урында тантаналы рәүештә асҡан булғандар.

Һәйкәлде асҡандан һуң сәскә һалыу һәм тантана барышынан фотоһүрәттәр интернетта килеп сыҡҡан, әммә яңылыҡ бөтәһенә лә хуш килмәгән, күпләп тәңҡит һүҙҙәре яҙа башлағандар.

Уны хатта фантастик кинокартиналарҙағы ҙур башлы төп герой «Халк» менән сағыштырған. Әҙер һынды алда күрһәтелгән эскиз менән дә сағыштыралар, килеп сыҡҡан һын һүрәттәгеләгегә оҡшамаған.

«Кем һынды ҡуйырға ризалыҡ биргән? Ветерандарға ул оҡшаймы һуң?», «Бына һеҙгә аҡса, шунда берәй нимә яһарһығыҙ әле, тигән принцип буйынса эшләгәндәрме? », «Сығымға киткән аҡсаларҙы геройҙарҙың ата-әсәләренә яҡындарына бирһәләрсе, бындай нимә бар шунан әтмәләнгән һын ҡуйғансы», тип яҙа улар.

Урындағы хакимиәт хәбәр итеүенсә, һындың авторы таш эшкәртеүсе оҫта Артем Будаков. Автор геройҙы болгарка ярҙамында Сибай карьерынан алып киленгән ҙур гранит таш габбро-нориттан һынландырған. Һын эшләүҙең бағыусыһы – БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Газпром нефтехим Салауат» генераль директоры Айрат Кәримов спонсорлаштырған.
Читайте нас: