Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
12 Февраль 2019, 13:32

“"Көрәш – мәктәптәргә" программаһына индек тип шатлана күршеләр

Өфөлә ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Көрәш федерацияһы башлап ебәргән пилот проектта Башҡортостандың ҡатнашыуына арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Сарала Радий Хәбиров һәм илдең көрәшселәр федерацияһы президенты, олимпи-ада чемпионы Михаил Мамиашвили ҡатнашты.


Килешеүгә ярашлы, республиканың 10 мәктәбендә (Өфөлә – бишәү, шулай уҡ Сибай, Күмертау, Салауат, Ишембайҙа һәм Иглин районында) көрәш буйынса өҫтәмә күнекмәләр алып барыласаҡ.


Ишимбайҙар Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты республиканың 10 дөйөм белем биреү учреждениеһы рәтендә “Көрәш – мәктәптәргә” программаһына инде тип шатлыҡтары менән бүлеште лә инде.
Стәрлетамаҡ һуңғы осорҙа көрәш буйынса ҙур саралар өсөн майҙан булып торҙо, әммә был спорт төрөн ҡалала үҫтереү өсөн ныҡлы аҙмыдар кәрәктер. Ҡалалағы уҡыу йорттары нигеҙендә лә шундай өҫтәмә дәрестәр булһа яҡшы булыр ине, башҡаларҙан беҙ ҙә кәм түгел.
Читайте нас: