Ысынлап та, шулай. Беҙ быға үҙебеҙ эшләгән биҙәүестәрҙе кейеп ҡарап инандыҡ. Милли кейемдәрҙе өйрәнеү, уларҙы йәш быуынға ет-кереү маҡсатында Айыусы ауыл китап-ханаһында «Оҫта ҡулдар» түңәрәге ойошторҙоҡ. Унда, тәү сиратта, тарихи сығанаҡтарҙан үҙебеҙҙең төбәккә хас башҡорт милли кейеменең үҙенсәлектәрен өйрәнеп, уны эшләү серҙәренә төшөндөк. Хәҙер аҙна һайын йыйылып, ҡул эштәре менән булышабыҙ, мәрйен-тәңкәләр менән биҙәп, һаҡал, ҡашмауҙар тегәбеҙ, был шөғөлгә йәштәрҙе лә ылыҡтырырға тырышабыҙ. Эш мәлендә таҡмаҡтар әйтеп, йырҙар өйрәнәбеҙ. Эшләгән эштәребеҙҙән ауылда үткәрелгән сараларҙа «Оҫта ҡулдар» күргәҙмәһен ойоштороп, халыҡҡа күрһәтеп торабыҙ. Түңәрәккә йөрөгәндәрҙең һәр береһенең ҡул эше маҡтауға лайыҡ, милли колоритта ҡабатланмаҫ ижади эш тыуҙыралар. Сәүиә Байғотлинаның ейәнсәрҙәренә теккән күҙҙең яуын алырлыҡ башҡорт кейеменә, Фәнүзә Аҙнаева, Ғәлиә Сәлихова, Вәсилә Биккинина апайҙарҙың зауыҡлы ҡул эштәренә һоҡланмау мөмкин түгел. Ә Нәсимә Исхаҡова, Шәкирә Байғотлина, Зәлиә Иралина хатта телеңде йоторлоҡ бәлештәр бешерергә лә әүәҫ! Беҙ ҡул эштәре менән генә түгел, шулай уҡ «Юрматы» халыҡ фольклор төркөмөндә лә сығыш яһайбыҙ һәм районда үткәрелгән төрлө сараларҙы үҙ сығыштарыбыҙ менән биҙәйбеҙ. Республикала 2020 йылда үткәреләсәк Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек барған осорҙа халҡыбыҙ ҡомартҡыларын тергеҙеү өҫтөндә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Һәйбәт башланғысҡа нигеҙ һалынды, халҡыбыҙ ҡомартҡыларын тергеҙеп, киләсәк быуындарыбыҙ рухын да һаҡлаясаҡбыҙ, тимәк.