Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
7 Июнь 2019, 12:41

Төбәктә мал аҙығы әҙерләү кампанияһы старт алды

Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү кампанияһы старт алды, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Бесән сабыуға тәүгеләрҙән булып төбәктең алдынғы агрофирмаларҙың береһе — Ауырғазы районының «Урожай» ауыл хужалығы предприятиеһы төштө. Бер көндә 200 гектарға яҡын күп йыллыҡ үлән сабылды.
Быйыл төбәктә мал аҙығы баҫыуы 802 мең гектар тәшкил итә. Майҙандарҙың яртыһынан ашыуын күп йыллыҡ үлән биләй, бер йыллыҡ үлән – 140 мең гектарҙа, шуның 42 мең гектары – судан үләне һәм уның ҡатышмаһы. Һәр шартлы баш малға 28-30 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләү күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1316349-v-bashkirii-startovala-kompaniya-po-zagotovke-kormov-dlya-zhivotnovodstva/
Читайте нас: