Күршеләрҙә
16 Апреля 2020, 10:05

Асыҡ тәҙрә баланың ғүмерен ҡыйған

Ошо аҙнала Салауат ҡалаһында бер йәшлек малай етенсе ҡаттан асыҡ тәҙрә аша осоп төшә. Үкенескә ҡаршы, уны ҡотҡарып ҡалып булмай, ул дауаханала йән бирә.

Сабый фатирҙа ата-әсәһе менән бергә булған. Әйткәндәй, ғаилә яҡшылар иҫәбендә. Бәхетһеҙлеккә күрә, баланың тәҙрәгә менгәнен ата-әсәһе күрмәй ҡала. Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәткәрҙәре күп иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, москит сеткаһына ышанып, балаларҙың тәҙрә аша ергә ҡолау осраҡтары йыш күҙәтелә. Ата-әсәләр бәләкәй балаларының ғүмере өсөн яуаплы, шуға күрә сабыйҙарығыҙҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ. Йәй осоро башланырға тора, үҙизоляциялау ваҡытында ла балалар өйҙә ултыра – ошоларҙы күҙ уңында тотайыҡ, йәмәғәт!
Читайте нас