Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
26 Апрель 2020, 23:43

Ауырғазылар гуманитар ылау алып килде

Күрше Ауырғазы районы халҡы ярҙамға мохтаж стәрлетамаҡтарға гуманитар ылау алып килде.

БР Сыуаш төбәк берекмәһе, Стәрлетамаҡ Сыуаш милли-мәҙәниәт автономияһы һәм ҡала “Хәрби туғанлыҡ” бүлексәһе йәмәғәт ойошмалары активистары мохтаждарға хәйриә ярҙамы ойошторҙо. Ауыл хужалығы продукцияһынан торған ярҙамды Яңы Федоровка, Сыуаш -Ҡарамалы, Шланлы, Терәпә, Меҫәле һәм Мәнеү ауылдары халҡы һәм уҡытыусылар әҙерләгән.

Күршеләр аҙыҡ-түлекте “Место встречи” кафеһында ҡалдырҙы. Һуңынан уларҙы күп балалы ғаиләләргә, ветерандарға һәм инвалидтарға таратасаҡтар.

Активистар һүҙҙәре буйынса, гуманитар ярҙамды бушатыуҙа ҡала хакимиәтенең йәмәғәт институттары менән бәйләнеш бүлеге етәкеһе Илгиз Йәнәлиев та ҡатнаша.

Читайте нас