Мәктәпте тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормай, Виктор документтарын Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына тапшыра. Шул уҡ ваҡытта водитель таныҡлығы ла ала. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, хеҙмәт биографияһын тыуған ауылында башлап ебәрә ул. “Тәүҙә тимерсе булып эшләргә тура килде, – ти Виктор.
– Ул саҡта колхоз тимерлегенә кеше кәрәк ине. Мин ҡаршы килмәнем: минең олатайым да заманында оҫта тимерсе булған!” – Оҡшай миңә ауыл тормошо – бында тыныс, тәбиғәт иҫ китмәле, ығы-зығы юҡ. Бер ваҡытта ла ауылдан ситкә китеү теләге булманы. Тәүҙә ауылда ололарса эшләп ҡарағы килде. Аҙаҡ өйрәнеп киттем, күнектем. Хәҙер инде үҙемде ер кешеһе итеп һанайым, – тип йылмая ул.
“Максимовка ауыл хужалығы предприятиеһы” йәмғиәтендә Болтневты бөгөн – үҙ эшенең оҫтаһы, тиҙәр. Уның механизатор булып эшләүенә лә 30 йыл булып киткән. Ошо ваҡыт эсендә бары тик яҡшы һүҙҙәргә генә лайыҡ булған ул, коллективта ла абруй ҡаҙанған, иптәштәренә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Ун йыл дауамында ул комплекслы бригаданы етәкләй, ә һуңғы ете-һигеҙ йылда тейәгестә эшләй. Был техника хужалыҡта йыл әйләнәһенә кәрәк: уңыш ваҡытында ул машинаға иген тейәй, ҡыш көнө фермаларға мал аҙығы ташыуҙа кәрәк. Әле, хужалыҡта һәр бер сәғәте ҡәҙерле яҙ көнө, геройымдың эше бигерәк тә мөһим – баҫыуҙарға сығарыу өсөн машиналарға тиҙ генә минераль ашлама, орлоҡ тултырыуҙа телескопик уҡлы тейәгес кәрәк.
– Техниканы ул яҡшы белә, уға һаҡсыл ҡарай, – ти хужалыҡтың баш инженеры Э. Ғәҙелшин виктор тураһында. ...Сираттағы яҙ ауыл эшселәре өсөн яңы тормош башлау менән бер – пландар, өмөттәр, хыялдар. Шуға күрә Виктор
Болтневтың кәйефе лә шәп: эшеңде яратһаң һәм ергә тоғро булһаң, ниәттәрең мотлаҡ тормошҡа ашыр, хеҙмәт кешеһе!
Стәрлетамаҡ районы. Юрий НЕСТЕРЕНКО фотоһы.