Ашҡаҙар
+21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
30 Сентябрь 2020, 12:55

Хужалыҡҡа эшсе ҡулдар кәрәк

Стәрлетамаҡ районы – үҫешкән ауыл хужалығы производствоһы ғына түгел, ә алға киткән сәнәғәт тә ул.

Ябай булмаған финанс шарттарҙа «Ҡуғанаҡ кирбес заводы» һәм «К-ЖБК» (тимер-бетон конструкциялар әҙерләү буйынса завод) яуаплылығы сикләнелгән йәмғиәттәре бөгөнгө ябай булмаған финанс шарттарҙа ла эшләп килә. Предприятиелар үҙҙәрен һаҡлап ҡына ҡалмай, ә үҙ производствоһын үҫтереү өсөн тырыша. Сөнки етештергән продукция үтемле, эшселәр өсөн хеҙмәт шарттары һәм эш хаҡтары булдырылған, ә иң мөһиме – алға барырға теләк ҙур. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге рәсми сәхифәһендә Стәрлетамаҡ районы башлығы Әнүәр Абдрафиҡов хәбәр итә.
Мәҫәлән, кирбес заводына заманса робот һатып алғандар һәм урынлаштырғандар. Ул кирбестәрҙе мейескә автоматик рәүештә ташый. “Тик эш шарттары һәм тотороҡло эш хаҡтары булдырылыуға ҡарамаҫтан, ике предприятиеға ла эшселәр һаман да етешмәй әле”, - ти Әнүәр Рауил улы.
Читайте нас: