Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
16 Октябрь 2020, 12:45

ТӨРӨШЛӨНӨҢ УҢҒАН КИЛЕНЕ

Бөрйән ҡыҙы Таңсулпанға Стәрлетамаҡ районы егете Артур телевизор аша ғашиҡ була.

Беҙ был ҡыҙҙы Стәрлетамаҡ районында уҙған әллә күпме сараларҙа ҡатнашыуынан уҡ белә инек. Ләкин ситтән ҡарап ҡына. Бына ниһәйәт уның үҙен күреп һөйләшергә форсат тейҙе. Һүҙебеҙ күршеләрҙең (Стәрлетамаҡ районы) уңған килене Таңсулпан БАЙРАМҒОЛОВА хаҡында.
Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында тыуып үҫкән был ҡыҙға йыр-моңға һөйөүҙе, бейеүгә оҫталыҡты мәктәп директоры Миңнур Мөхәмәтйән ҡыҙы Ҡасимова уятҡан булған. Мәктәп, район, республика кимәлендәге еңеүҙәре Өфө педагогия колледжына алып килә. Бында уҡығандағы белем, тәжрибә артабанғы хеҙмәт юлында этәргес көс була. Ҡайҙа ғына эшләһә лә уңыш йылмая уға. Өфөлә – балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә һайлаған һөнәренән йәм табып эшләй, шулай ҙа бер мәл юлы тыуған яҡтарына Бөрйәнгә, “Йәйләү” балалар лагерына төшә. Һис уйламағанда, Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан ошо лагерь тураһында репортаж эшләгән журналистарға юл күрһәтеп, Бөрйән тәбиғәтенең иң һоҡланғыс урындары хаҡында һөйләгән сағында телевизорҙан был тапшырыуҙы Башҡортостандың икенсе мәйөшөндә йәшәүсе, йәғни Стәрлетамаҡ районындағы Төрөшлө ауылында, алғараҡ китеп әйтһәк, буласаҡ тормош иптәше һәм уның әсәһе ҡарап ултырған була. Егет бары тик тапшырыуҙың Бөрйән районында төшөрөлөүен аңлай һәм ҡыҙ һөйләгәндә яҙылған исем-шәрифтәрен генә иҫтә ҡалдыра. Ә ҡыҙға үлеп ғашиҡ була!.. Нисек тә ошо ҡыҙҙы эҙләп табырға тигән маҡсат ҡуя һәм таба ла. Уларҙың мөхәббәт тарихтары шулай башлана.
Аҙаҡ Артур интернет аша көн дә сәләм хаттары юллай Таңсулпанға. Баштан-аяҡ эшенә сумған Таңсулпан бер йылдан һуң ғына был хаттарға иғтибар итә. Аҙаҡ йәштәр Өфөлә уҡыған саҡтарында яҡындан таныша. Әйткәндәй, тырыш ҡыҙ Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында уҡып, социаль-мәҙәни эшмәкәрлек буйынса менеджер-ойоштороусы булып китә. Артур иһә Башҡортостан аграр университетында белем алып, ветеринария һөнәрен үҙләштерә. Йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләп, үҙҙәренә-үҙҙәре бүләк яһап, ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ итеп Төркиәгә туй сәйәхәте ойошторалар. Ә инде аҙаҡ ауылда гөрләтеп донъя көтөүҙәре тураһында күпме һөйләһәк тә аҙ булыр.
Бөрйәненең сикһеҙ хазинаһы булған Таңсулпан әлеге ваҡытта Төрөшлөлә балалар баҡсаһында музыка белгесе булып эшләй, “Сулпылар” вокаль ансамбле булдырған, Шул уҡ ваҡытта “Сулпан” башҡорт-фольклор ағинәйҙәр төркөмөнә лә етәкселек итә.
– Балалар баҡсаһы мөдире Галина Алексеевна Поволокина һәр башланғысты хуплап, бар йәһәттән яҡшы шарттар тыуҙыра. Һәр идеяны күтәреп ала, ул бүлмәһендә ручка тотоп ҡына ултырған кеше түгел, бөтә эште лә коллектив менән бергә башҡара. Буярға кәрәк булһа – буяша, йыуырға кәрәк булһа – йыуыша. Шуға күрә лә төрлө саралаар үткәргәндә залды ла бергәләп биҙәйбеҙ. Беҙҙә башҡорт музейы, рус музейы, Бөйөк ватан һуғышына бағышланған музей эшләй. Балаларҙы мәҙәниәткә лә, спортҡа ла ылыҡтырабыҙ. Ғөмүмән балалар музыкальүдидактик уйындарҙа бик теләп ҡатнашалар. Маҡсатыма ла шул уйындар аша ирешергә тырышам. Сөнки улар балаларҙың айырылғыһыҙ өлөшө. Балалар бигерәк тә байрамдарҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Байрам иртәләре балалар менән эшләгән эштең һөҙөмтәһен күрһәтә. Айырыуса ғаилә байрамдары сабыйҙар күңеленә шатлыҡ өҫтәй. Сөнки ата-әсәләр ҙә ҡатнаша. Йыр-моң һәр кемдең кәйефен күтәрә, күңелдең нескә ҡылдарын ҡуҙғата, ғүмер буйы кешенең юлдашы булып йәшәй. Бишек йыры булһынмы, ритмға тура килтереп ҡул сабыуҙар булһынмы, сабыйға йырланған тәүге моң – уның рухи донъяһына нигеҙ һала. Мин үҙем бәләкәй сағымдан уҡ йыр-моңдо яратып үҫтем. Шуға күрә тормошомдо ошо эскерһеҙ, үҙенсәлекле ҡарашлы, һәр һүҙемде тыңларға әҙер тороусы бәләкәй дуҫтарымдан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым. Улар менән эшләүе рәхәт, күңелле, башҡарған эшемдең емештәрен күреү мине тағы ла бәхетлерәк итә, – ти Таңсулпан Хөсәйен ҡыҙы эше, етәксеһе һәм коллегалары хаҡында. Ә инде ағинәйҙәр менән башҡарыр эштәренең осона сығырлыҡ түгел. Ул эше һәм хеҙмәттәштәре тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Эшендә лә, ғаиләһендә лә бәхетле ул. Яңыраҡ йорт һалып ингәндәр. Әмирхан исемле улына 6 йәш һәм Алтынай исемле ҡыҙына 3 йәш тулған. Икенсе төрлө әйткәндә, Төрөшлөнөң уңған килене төшкән ерендә батҡан. Шундай шәхестәр, ғаиләләр илебеҙҙе биҙәй.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: