Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
23 Октябрь 2020, 15:55

Юл тамғалары буяуы заводы буласаҡ

Оҙаҡламай Стәрлетамаҡ районынының "Алға" махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә юл тамғалары һалыу өсөн буяу һәм һалҡын пластик сығарыу заводы асыласаҡ.

Сираттағы "Инвестиция сәғәте"ндә инвестор Радий Хәбировҡа завод төҙөү буйынса проектты күрһәткән. Инвестор, республика нефть химияһы заводтары сеймалын файҙаланып, 500 миллион һум аҡса һалып, заманса производство линияһы төҙөргә уйлай. Компания әле инновацион тамға составын тикшереү һәм технологик ҡорамалдар менән тәьмин итеү буйынса һөйләшеүҙәр алып бара башлаған.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: