Ашҡаҙар
+21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
29 Октябрь 2020, 14:10

СТӘРЛЕТАМАҠТАР БАШҠОРТ БАЛАҪЫ ҺУҒАСАҠ

Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылында традицион башҡорт балаҫы һуғыу буйынса оҫтахана асыласаҡ. Бында район балалары башҡорт балаҫы һуғырға өйрәнәсәк, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, фольклоры, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышасаҡ. “Башҡорт балаҫы этникаһы” проектын район мәҙәниәт һарайы менән Социаль үҫешкә ярҙам итеү хәйриә фонды берлектә ойошторған. Ул Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында бойомға ашырылған.

Проект 2020 – 2021 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ. Балаҫ һуғырға өйрәтеү эше менән ошо ауылда йәшәгән оҫтабикә Флүрә Зәйнулла ҡыҙы Аҡсулпанова етәкселек итәсәк.
Әле кәрәкле йыһаздар алынған, эш башланған. Этномәктәптә уҡыуҙар туған телдә йыр-моң, уйындар менән оҙатылып барыласаҡ. Балалар тәбиғәт күренештәренә арналған, көнкүреш йолалары, милли кейемдәр, ризыҡтар тураһында ла мәғлүмәт аласаҡ.
Стәрлетамаҡ район мәҙәниәт һарайының ижади коллективы видеоға төшөргән материалдар буйынса ла дәрестәр төҙөләсәк.
Проекттың һөҙөмтәһе булып 2021 йылдың 18 июнендә “Башҡорт балаҫы байрамы” асыҡ район фестивале үткәреләсәк. Унда башҡорт балаҫы күргәҙмәләре ойоштороласаҡ. Шулай уҡ ҡунаҡтар башҡорт милли аш-һыуын тәмләй, ижади коллективтар сығышын ҡарай аласаҡ.
Сара “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторола.
БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ районында “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла. 2020 йылда Стәрлетамаҡ район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре гранттар конкурстарында ҡатнашыу өсөн 16 ғариза тапшырған, өс проект еңеп сыҡҡан.
Фото БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.
Гөлшат Ҡунафина

Читайте нас: