Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
30 Октябрь 2020, 13:15

ИШЕМБАЙ РАЙОНЫ КИНЙӘБУЛАТ АУЫЛЫНА ЯҢЫ ҺЫУ БАШНЯЛАРЫ ҠУЙЫЛДЫ

Төҙөлөш эштәре «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы сиктәрендә башҡарылған. Ауылды һыу менән тәьмин итеүгә федераль, республика һәм муниципаль ҡаҙнанан 43 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Урындағы халыҡ үҙгәрештәрҙе ҡыуанып ҡаршылай.

Хәҙер көйәнтәләп һыу ташыуҙы оноторға ла була. Ишембай районы Кинйәбулат ауылында һыу торбалары яңыртылғандан һуң Гөлзиә менән Артур Хисмәтуллиндар тәүгеләрҙән булып йорттарына уңайлыҡтар индерә. Йәш ғаилә крандан аҡҡан һыуҙың тәмле, йомшаҡ булыуын билдәләй. Сәй ҡайнатыуы үҙе бер кинәнес.
Быға тиклем Кинйәбулат ауылында һыу проблемаһы киҫкен була. 1970 йылда һалынған торбалар тишелеп, эшлектән сыҡҡан. Ремонтҡа күп аҡса түгелә. Урындағы халыҡ бигерәк тә йәйге осорҙа һыуһыҙ интеккән.
Ауылда һыу тәьминәте селтәрҙәрен яңыртыу буйынса төҙөлөш эштәре былтыр башланып, быйыл көҙ тамамланған. Ике һыу башняһы, насос станциялары, таҙартыу ҡоролмалары ҡуйыла. Күләмле проект Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы тарафынан хупланып, «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған.
Ауылда 400-ҙән ашыу ихата иҫәпләнә. Халыҡтан йортҡа һыу үткәреү буйынса заявкалар яңы ойошторолған идарасы компания аша ҡабул ителә. Ойошма һыу тәьминәте системалары өсөн яуаплы, уны хеҙмәтләндереп торасаҡ.
Кинйәбулатҡа яҡын урынлашҡан Байғужа ауылында ла һыуға бәйле киҫкен мәсьәлә тиҙҙән хәл ителер тип көтөлә. Ремонт эштәре планлаштырылған. Ошо маҡсатта урындағы бюджеттан аҡса бүленәсәк. Ишембай районы буйынса һыу торбаларын яңыртыу буйынса эштәр ҙә әүҙем бара.
Рәйлә Күсемханова.
Читайте нас: