Ҡала башлығы үҙе генә түгел, ә хәләл ефете лә COVID-19 менән сирләй икән.
Был күңелһеҙ хәбәр менән Игорь Миронов социаль селтәрҙә уртаҡлашты.
«Коронавирусҡа анализ һөҙөмтәләре килде. Нимә әйтә алам? COVID-19 беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне – минең һәм Таняның һөҙөмтәләре ыңғай. Ни эшләйһең, бергәләп еңергә тейешле сираттағы һынау», — тип яҙа ул.