Ашҡаҙар
+20 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
13 Ноябрь 2020, 18:15

Салауат районында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановты хөрмәтләп иҫкә алдылар

Бөгөн Салауат районы Малаяҙ ауылында, Дыуан күп профилле колледжы биләмәһендә, полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың бюсы ҡуйылды.

«Беҙ бөгөн ошондай ҡарлы көндә һәм Артур Фәрүәз улының тыуған көнө алдынан яҡташығыҙға, дуҫыбыҙға? күренекле дәүләт эшмәкәренә, Башҡортостан патриоты Әхмәтханов Артур Фәрүәз улына бюст асырға булдыҡ. Ике көндән уға 58 йәш тулыр ине. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, беҙ йәштәр, шул иҫәптән Салауат районының йәш быуыны үҙҙәренең Торналы ауылында тыуып үҫкән легендар шәхесе барлығын онотмауын теләйбеҙ. Ябай ауыл малайы күп нәмәгә өлгәшкән һәм генерал-лейтенант дәрәжәһенә еткән, эске эштәр министры булған, бөтә ғүмерен халыҡтың һәм дәүләттең мәнфәғәттәрен яҡлауға биргән. Ул мәңге беҙҙең хәтерҙә. Йәштәребеҙ бөгөнгө көндә беҙгә ныҡ кәрәк булған сағыу һәм ҡыҙыҡлы кешеләр миҫалында үҫһен өсөн ошондай һәйкәлдәр яҡшы, ҙур эш тип уйлайым», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бюсты асыу тантанаһында.
Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы командующийының беренсе урынбаҫары – штаб начальнигы, генерал-лейтенант Руслан Султыгов үҙ сығышында бөгөн район өсөн мөһим көн булыуын билдәләп, Артур Әхмәтхановты хөрмәтләп иҫкә алғандары өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
«Республикағыҙ матур, ошондай күркәм ерҙә Артур Фәрүәз улы кеүек шәп егеттәр, хәрби иптәштәр тыуа. Мин Төньяҡ Кавказда тыуып үҫкән кеше булараҡ Төньяҡ Кавказда хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә тос өлөш индергән өсөн беҙҙә уны йылы һүҙҙәр менән иҫкә алған бихисап кеше йәшәй тип әйтә алам. Артур Фәрүәз улы башҡарған ҙур эш һөҙөмтәһендә бөгөн бик күп ябай ғаиләләр тыныс йәшәй. Беҙ хөрмәтле, намыҫлы һәм оло йөрәкле хәрби иптәшебеҙҙе иҫкә алыу өсөн ваҡыт табып, килеп йөрөрбөҙ тип өмөтләнәм», — тине Руслан Султыгов.
Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: