Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
28 Ғинуар 2021, 16:45

Күршеләрҙә быйыл – Изгелек йылы

Стәрлетамаҡ районы республикалағы муниципаль берәмектәр араһында иң беренсе булып Изгелек йылын иғлан итте. Әлегә тиклем бындай практиканың булғаны юҡ ине.

Һуңғы ваҡытта йәмғиәттә үҙ-ара ярҙам итеүгә ихтыяж артты, ирекмәнлек хәрәкәте, меценатлыҡ дәррәү үҫешә, кешеләр тирә-яҡтағыларҙың рухи һәм әхлаҡи ярҙамына, йылы ҡарашҡа һәм яҡты йөҙгә, яҡшы һүҙгә мохтажлыҡ кисерә… Шуға әлеге эшкә афарин, тип әйтергә генә ҡала.
“Изгелек ул Изгелек йылы иғлан ителеү сиктәрендә генә түгел, ә һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә беҙҙең менән бергә булырға тейеш. Шулай ҙа йәмәғәтселек иғтибарын изге эштәргә йәлеп итеү өсөн быны эшләү мотлаҡ ине”, – тип белдерә район хакимиәтенең социаль коммуникациялар һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса идаралығы мәғлүмәт сәйәсәте бүлеге начальнигы Радик Ғиззәтов.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: