Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
19 Апрель 2021, 12:30

“ҠАТЫН- ҠЫҘ БӘХЕТЕ БИЛӘМӘҺЕ” САЛАУАТ ҠАЛАҺЫНДА ҮТТЕ

Салауат ҡалаһына актриса, телевизион тапшырыуҙар алып барыусыһы, йәмәғәтсе, матур ҡатын –ҡыҙ Эвелина Бледанс килде. Ул ҡалала үткән “Ҡатын- ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ Академияһының эшендә ҡатнашты.

Билдәле булыуынса, Эвелина Бледанс үҙе лә үҙенсәлекле бала тәрбиәләй. Республика ҡатын- ҡыҙҙары менән осрашыуында, үҙенең ғаилә тарихын һөйләне һәи инвалид балаларҙы социалләштереүгә арналған ултырышта фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Шулай уҡ сарала Каринэ Хабирова ла ҡатнашты. Мәғлүм булыуынса, был сара Башҡортостан Башлығы грантына, Каринэ Владимировна етәкселеге менән үткәрелә.
“Ҡатын- ҡыҙ бәхете биләмәһе”ндә гүзәл заттарҙың медицина, психология белгестәренә күренеү, косметология буйынса оҫтаханаларҙа ҡатнашыу, төрлө файҙалы лекциялар, сығыштар тыңлау мөмкинлеге бар.
Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналы
Читайте нас: