Ашҡаҙар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
11 Июнь 2021, 10:50

ТЫУҒАН ЕРҘЕҢ ЫСЫН ХУЖАЛАРЫ

Заманалар хәҙер икенсе тиһәләр ҙә, бөгөн ергә ерегеп үҫкәндәрҙең, ер йылыһын тойоп йәшәгәндәрҙең эше көйлө бара. Әлбиттә, ауырлыҡтар ҙа булмай тормай. Әммә тырышҡан кешегә эш ҡарышмай. “Тик алға ғына ҡарап йәшәргә кәрәк”, – тигән маҡсат ҡуйған Стәрлетамаҡ районы фермер-эшҡыуарҙары ағалы-ҡустылы бер туған Ирек һәм Илгиз Аҙнаевтар миҫалында был асыҡ күренә. Ваҡыттары үтә тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Илгиз Ишҡәле улы менән һөйләшеп, хәл-әхүәлдәрен һорашып алырға форсат тейҙе.

200 гектарҙан башланған шөғөл
Илгиз Аҙнаевҡа 38 йәш, әлеге ваҡытта хеҙмәт стажы – 20 йыл уның. Илгиз Стәрлетамаҡ совхоз техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. 2005 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын бөткәндән һуң башта хисапсы, директор урынбаҫары вазифаларында тәжрибә туплай. 2013 йылда, егеттәр үҙҙәре әйтмешләй, яҡынтирәлә башҡалар фермер хужалығын аса башлағас, улар ҙа үҙ эшен асырға була. – Эште башлағанда икебеҙгә 200 гектар еребеҙ бар ине, бөгөн мең ярым гектар ерҙә сәсәбеҙ. Беҙ алып барған хужалыҡ Стәрлетамаҡ районы Яңы Васильевка ауылында урынлашҡан. Иген генә үҫтерәбеҙ, соя, арпа, көнбағыш, ҡарабойҙай һымаҡ иген культураларын да сәсәбеҙ, – тип һөйләп китте Илгиз Ишҡәле улы. Эшҡыуарҙың һүҙҙәренсә, быйыл 550 гектар ергә соя, 350 гектар ужым бойҙайы сәселгән, 100 гектар ерҙе бесәнлек биләй. Хужалыҡта даими рәүештә биш кеше эшләй. Миҙгел ваҡытында – яҙғы сәсеү, уңыш йыйып алыу ваҡытында эшселәр һаны 15-20-гә етә, эш хаҡы лайыҡлы һәм ваҡытында түләнә. – Беҙҙә башлыса Яңы Васильевка кешеләре эшләй. Идарасы Юрий Зинин – ышаныслы ярҙамсыбыҙ, даими эшселәрҙән – водитель Павел Крюков, тракторсылар Рим Иралин, Юрий Балянин, ашнаҡсы Хәмдиә Вәхитовалар – ныҡлы таянысыбыҙ, – ти эшҡыуар.
Һүрәттә:
директор урынбаҫары Зинин Юрий Михайлович.
Механизатор Рим Абдулхай улы
Тракторсы Балянин Юрий Иванович
Водитель Крюков Павел Зиновьевич
Ашнаҡсы Вәхитова Хәмдиә Рәшит ҡыҙы
Ҡоролоҡ тип, эште ташларға йыйынмайҙар
– Йыл да мул уңыш йыйып алабыҙ. Ике йыл ҡоролоҡ арҡаһында күп кенә иген янды, әммә беҙ был эшебеҙҙе ташламайбыҙ. Эште бөтә технологияларҙы үтәп башҡарабыҙ. Ерҙәрҙе һөрөргә тырышабыҙ, һөрөлмәгәнен ерҙе минималь эшкәртеү ысулы менән ҡулланабыҙ. Бал ҡорттарына, малдарға зыяны теймәһен өсөн ашлама һибеү эштәрен төнгө ваҡыттарҙа башҡарабыҙ, ерҙе ашлар алдынан халыҡҡа алдан хәбәр итәбеҙ. Ҙур булмаған техника паркыбыҙ бар, – тип таныштыра етәксе. Әлеге ваҡытта уңыш йыйыуға әҙерләнә егеттәр, складтар йыйыштырыла, йыуыла. Әле бына 15 июнгә тиклем ҡарабойҙайҙы сәсеп бөтөргә тырышалар. Башлыса сәсеү комплекстарын ҡуртымға алып торалар.
Киләсәккә пландар һәм бағыусылыҡ
– “Үҙ пекарнябыҙҙы, фураж цехын асырға уйлайбыҙ. Шулай уҡ ҡарабойҙай, көнбағыш эшкәртеү ҡоролмалары ла ҡуйыласаҡ. Бының өсөн биналар етерлек, мөмкинселек бар. Халыҡты эш менән тәьмин итергә тырышабыҙ, – тип пландары менән дә бүлешә эшҡыуар. Бигерәк тә шуныһы иғтибарға лайыҡ: табыш хаҡында ғына уйламай, урындағы йәшәйешкә ярҙам итергә, социаль мәсьәләләрҙе лә хәл итергә тырыша Аҙнаевтар. Атап әйткәндә, ололар көнөн, дини байрамдар һәм башҡа салаларҙы уҙғарғанда ситтә ҡалмайҙар. Әле бына Васильевка мәҙәниәт йортонда тәҙрәләрҙе алмаштырғандар. Уға тиклем Айыусы ауыл мәсетен ремонтлауға йөҙ мең һум аҡса бүлгәйнеләр. Һәр хәлдә ярҙам һорап килеүселәр булһа, бер ҡасан да баш тартмайҙар. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе ауыл советы рәйесе Илмир Сарбулатов, ауылдаштары фермер Илдар Буранғолов менән бергәләп хәл итергә тырыша егеттәр. Бер төптән егелеп, бер һүҙле булып эшләгәс, эштәр ҙә ырамлы бара.
Атайыбыҙға оло рәхмәтлебеҙ!
– Эшкә өйрәнеү атайҙан килә. Атайыбыҙ Ишҡәле Әҙһәм улы 90-сы йылдарҙа Айыусы ауыл советы рәйесе булып эшләне, аҙаҡ Стәрлетамаҡ районы Пенсия фонды начальнигы, Стәрлетамаҡ тәжрибә етештереү хужалығында 15 йыл директор булды. Атайыбыҙ – РФ ауыл хужалығы атҡаҙанған хеҙмәткәре, – тип ғорурлыҡ менән иҫкә ала Илгиз аталары тураһында. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яман сир арҡаһында, бынан өс йыл элек арабыҙҙан китеп барҙы. Беҙгә күп белемен биреп ҡалдырҙы, атайыбыҙға оло рәхмәтлебеҙ.
Бер туғандар бит улар
– Үҙебеҙ Айыусы ауылында йәшәйбеҙ, – тип ғаилә хәлдәре менән яҡынданыраҡ таныштыра әңгәмәсем. – Ҡатыным Гөлназ Миҙхәт ҡыҙы ҡалала 4-се гимназияла биология уҡытыусыһы. Ике ҡыҙыбыҙ бар: кесе ҡыҙым Ғәлиә 9-сы класты тамамланы, “биш”кә генә уҡый, оло ҡыҙым Әлфиә унынсыны тамамланы, әсәйебеҙ Нурия Сәғәрйәр ҡыҙы үҙебеҙ менән йәшәй. Ағайым Иреккә 42 йәш. Ҡатыны Айгөл 5-се гимназияла башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Кесе улдары Байрас 4-се класты бөттө. Оло ҡыҙҙары Айһылыу БДУ-ның 2-се курсын тамамланы. Илгиздең ағаһын һәр эшкә бәйләп телгә алыуы айырыуса хөрмәт уята: – Ағайым менән бер-беребеҙгә терәктаяныс булып ғүмер буйы эште бергә алып барабыҙ. Ғаиләләребеҙ менән дуҫ, татыу булып йәшәйбеҙ! – ти ул.
Ер кешеһенең бәхете – ерҙә, ти халыҡ. Ауыл хужалығы тармағын үҫтереүҙә бик ҙур эштәр башҡарған ялан батырҙарына артабан да ҙур уңыштар юлдаш булһын! Ауылды тап ана шундай уңған, тырыш, һәләтле һәм берҙәмлекте нығытырҙай кешеләр күтәрә. Афарин, ил улдары, Стәрлетамаҡ районы халҡының ышаныслы яҡташтары, ғорурлығы!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас: