Үткән йыл Илгиз Аҙнаевтың крәҫтиән-фермер хужалығы өсөн бик ауыр булған. Ямғыр яумау арҡаһында, ҡоролоҡтан йөҙәрләгән гектар ер зыян күргән. Ужым ашлыҡтарынан башҡа соя ла, ҡарабойҙай ҙа уңмаған. Етмәһә, быйыл яҙҙың һыуыҡ килеүе бер аҙ күңелгә шом һала. Әммә юғалып ҡала торандарҙан түгел Аҙнаевтар. Яҙғы сәсеүгә (Ирек Аҙнаев етәкләгән “Регион консалтинг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән бергәләп) ныҡлы әҙерләнгәндәр. Көҙҙән баҫыуҙарҙағы ерҙе һөрөп, ныҡлы эшкәртеп ҡуйғандар. Апрелдән иһә агрегаттар көҙгө уңыш нигеҙе булған дым һаҡлау эшенә сыҡһа, сәсеү эшен ун көн эсендә – 27 апрелдә сәсеүгә төшөп, 7 майға бөтөрөп тә ҡуйғандар. Мең ярым гектар ерҙең 600 гектарына көнбағыш сәселһә, ҡалған 400 гектар ергә бойҙай, 300 гектарға арпа, 200 гектар ҡарабойҙай сәселгән. Элекке тәжрибә хужалығы баҫыуы ла буш ятмай – унда 220 гектар майҙанда ашлыҡ сәселгән.
– Мул уңыш йыйып алайым тиһәң, иң беренсе юғары етештереүсән техника кәрәк, – ти Илгиз Ишҡәле улы. – Форсат табып, 13 миллион ярым һумға “Амазоне дмс 9000 супер” сәскесе менән “К-742” тракторы һатып алдыҡ. Шулай уҡ 2 миллионға тешле тырмалар, 13 миллион ярым һумға “Томан-3М” һиптергесе алдыҡ, “Нью-Холланд” комбайны янына йәнә берҙе – “Акрос” комбайнын алып ҡайтырға йыйынабыҙ.
Техниканы ишәйтеп алғас, хәҙер баҫыуҙа йөрөгән комбайндарҙы йә иһә сәсеү комплекстарының бушағанын көтөргә тура килмәй. Заманса техника, тәжрибәле механизаторҙар, әлбиттә, юғары уңышҡа ирешеүҙең төп нигеҙе. Әммә булдыҡлы эшҡыуарҙар мул уңыш алыу өсөн мөһим роль уйнаған башҡа сараларҙы ла онотмай. Мәҫәлән, юғары уңышлы орлоҡтар, минераль ашламалар индереү (быйыл гектарына 100 кг физик ауырлыҡта) баҫыу эшендә ҡатнашыусыларҙың эшен яҡшы ойоштороу. Аҙнаевтар районда тәүгеләрҙән булып сәсеү эшен сифатлы итеп һәм ҡулайлы ваҡытта тамамлап ҡуйған да инде. Хәҙер инде алда яуаплы осор – сәселгән баҫыуҙарҙы тәрбиәләү, ҡарау, сүп үләндәре менән көрәшеү.
Ер эшкәртеүселәргә минераль ашламалар ҡулланыу һәм сәсеүгә орлоҡто әленән-әле яңыртып тороу яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Мәҫәлән, быйылғы миҙгелдә яҙғы бойҙай сәсеү майҙанының 45 гектары үрсетеү питомнигы итеп бүленгән, был көҙгөһөн суперэлита орлоҡтарын алырға мөмкинселек бирәсәк. Арпа менән да шулай эшләгәндәр.
Булдыҡлы эшҡыуарҙар шуныһы менән һоҡландыра: улар бер ҡасан да юғалып ҡалмай. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар булмаһын, ҡыйын хәлдән сығыу яйын таба һәм алға табан барыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Әле шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү технологияһын үҙләштерергә ниәтләйҙәр. Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, был юғары килемле культураға күсеү күп тырышлыҡ һәм сығымдар талап итә. Еңел булмаясаҡ, әммә был тырышлыҡ үҙен аҡлаясаҡ, тигән фекерҙә Аҙнаевтар.
Әйткәндәй, яҙғы сәсеү баҫыуҙарҙа тәүге шытымдарын бирә башлаған да инде. Тимәк, буласаҡ уңышҡа нигеҙ һалынды тигән һүҙ. “Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың”, ти халыҡ мәҡәле. Ваҡытында иренмәй эшләп барһаң, ер ҙә туҡ башаҡлы уңыштары менән һөйөндөрөр.
Илгиз ғаиләһе менән Айыусы ауылында йәшәй. Ҡатыны Гөлназ Миҙхәт ҡыҙы Стәрлетамаҡта 4-се гимназияла биология уҡытыусыһы булып эшләй. Ҡыҙҙары ла ошо уҡ мәктәптә белем ала: Әлфиә быйыл мәктәпте тамамлай, Ғәлиә Өфөлә РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс-иҡтисад колледжында уҡый. Әсәләре Нурия Сәғәрйәр ҡыҙы улар менән йәшәй. Йортта бергәләп, татыу булып, күмәкләп донъя көтәләр!
– Атайым мәрхүм ер эшен яратты, ер менән эшләй белде, әгәр ул иҫән булһа, беҙҙең эште хуплар ине, беҙ уның яҡты рухына тап төшөрмәйәсәкбеҙ, – ти Илгиз Аҙнаев. Әйткәндәй, Ишҡәле Әҙеһәм улы ла заманында районында ауыл хужалығы буйынса абруйлы кеше булды, ауыл хужалығы производствоһын ойоштороусы, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, элекке “Стәрлетамаҡ” тәжрибә-етештереү хужалығы директоры ине ул.
Атай фатихаһын алып, әсәһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, әсәй кәңәштәрен тотоп, ата-бабалар рухын һаҡлап, үҙҙәрен еребеҙҙең ысын хужалары итеп тойоп йәшәгәнгә лә эштәре ырамлы бара эшҡыуарҙың. Киләсәктә лә шулай ғына була күрһен! Уңыш өсөн генә түгел, тыуған еренең киләсәге өсөн дә янып-көйә фермер. Илгиз Аҙнаевтың “Атайсал” проектында ҡатнашыуы ла уның илһөйәр халыҡ улы икәнен йәнә бер тапҡыр иҫбатлай. Эшҡыуар тыуған ауылы Айыусылағы мәсеттең тәҙрәләрен алыштырыу эшен үҙ өҫтөнә алған. Дөйөм күләме 200 мең һумлыҡ булған был изге эшкә ул 115 мең һум аҡса һалған (ҡалғанын халыҡ бергәләп йыйған). Беҙҙең гәзиттең дә тоғро дуҫтарының береһе Илгиз Ишҡәле улы, күптән түгел Стәрлетамаҡта көрәш буйынса “Ашҡаҙар” гәзите кубогына асыҡ ҡала турниры нәҡ уның ярҙамы менән уҙғарылды. Ошо ҙур проектты башҡарып сығыуҙа Илгиз Аҙнаев һәр номинацияла еңеүселәргә иҫтәлекле приздар тапшырыуҙа аҡсалата ярҙам күрһәтте.
Ошондай егеттәр барҙа Стәрлетамаҡ районы ғына түгел, республикабыҙ үҫешеренә өмөт ҙур. Сөнки улар тыуған еренең ныҡлы таянысы ла, ышаныслы ысын хужаһы ла!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Юрий НЕСТЕРЕНКО фотолары.
Шулай уҡ ғаилә архивынан алынды.