Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Күршеләрҙә
20 Июнь 2022, 11:14

Һамар өлкәһендә билдәле тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл асылды

Һамар өлкәһендә күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре, хәҙерге башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған билдәле тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшинға (1892-1937) һәйкәл асылды.

Һамар өлкәһендә билдәле тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл асылды
Һамар өлкәһендә билдәле тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл асылды

Оло Глушица ауылында һәйкәл асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһынан һәм Һамар өлкәһенән абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Ғалимдың тыуған төйәгендә өс метрлыҡ һәйкәл Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән барлыҡҡа килде. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Александр Хинштейн, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте идеяны хупланы. Һәйкәлдең скульпторы — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәниф Хәбибрахманов.

Сара Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе филармонияһы артисы Илдар Әбдрәшитов башҡарыуындағы «Уралым» йыры менән асылды. Байрамды Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Гөлназ Иҙрисова алып барҙы.

Сәләмләү һүҙҙәре менән Һамар өлкәһенең Оло Глушица районы башлығы Валерий Анцинов һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Александр Хинштейн сығыш яһаны. Шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар — Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Һамар өлкәһенең йәмәғәт именлеге департаменты етәксеһе Юрий Иванов, Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина һәм Ғәббәс Йәғәфәр улының ейәнсәре — режиссер-документалист Элла Дәүләтшина телмәр тотто.

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе филармонияһы солисы, республика конкурстары лауреаты Динар Абдуллин ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнап ишеттерҙе. Бынан һуң тантанала ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскәләр һалды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Өфөлә башҡорт тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшинға мемориаль таҡтаташ асылғайны.

Башинформ.

Һамар өлкәһендә билдәле тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл асылды
Һамар өлкәһендә билдәле тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл асылды
Автор:
Читайте нас: