Сарала өс йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Программа ла бик бай ине: ҡышҡы спорт уйындары һәм ярыштары, ижади оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ патриотик майҙансыҡ тәҡдим ителде, унда теләгән һәр кем маскировка селтәре үреүгә, блиндаж шәмдәре һәм махсус хәрби операция яугирҙары өсөн йылытылған жилеттар эшләүгә ҡушыла алды.
Ҡышҡы һабантуй ҡунаҡтары өсөн Ҡаһым түрә музейына экскурсия үткәрелде, Унда Ҡарһылыу һәр килеүсене шәхсән ҡаршы алып һәм оҙатып ҡалды. Байрамда ҡатнашыусыларға “Ҡарға буткаһы” һәм “Кәкүк сәйе” ифрат та оҡшаны. Шулай уҡ “Самауыр” күргәҙмәһе ойошторолдо. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ районы быйыл Башҡортостандың баш ҡалаһында яңы йыл каникулдарында уҙған “TERRA ZIMA – 2024” фестивалендә “Самауыр” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашты. Был сарала Стәрлетамаҡ районы 3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Бынан тыш, Ҡышҡы һабантуйҙа бәләкәй ҡунаҡтар өсөн махсус ҡышҡы күңел асыуҙар ойошторолдо, бөтә балалар ҙа яратҡан “Чебурашка”нан татлы мандарин менән һыйланды. Байрамдың төп биҙәге булып автоклуб сәхнәһендәге концерт программаһы торҙо. Стәрлетамаҡ районының ижади коллективтары һәм солистары сағыу һәм күңелле номерҙар әҙерләгән ине, уларға ҡушылып ҡунаҡтар ҙа йырлап һәм бейеп күңел асты. Халыҡ байрамын ҡыштың төп тылсымсыһы Ҡыш бабай ҙа ситләп үтмәне, әлбиттә. Ҡарһылыу һәм уның күп һанлы дуҫтары оҙатыуында ҡунаҡтар менән бергә ул күңелле хоровод ойошторҙо, йыр башҡарҙы һәм уйындарҙа ҡатнашты.
Ә ниндәй һабантуй һый-ниғмәтһеҙ була инде? Улар араһында асыҡ утта әҙерләнгән ҡайнар былау һәр кемдең күңеленә хуш килде. Шулай уҡ бәлештәр һәм башҡа төрлө ҡамыр ризыҡтары менән сәй эсеү ойошторолдо. Һабантуй уйындар, ярыштар һәм конкурстар еңеүселәрен бүләкләү менән тамамланды.
Сара Президент Мәҙәни башланғыстары фонды һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы фонды булышлығында үтте. Муниципалитет хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Лилиә Шәйхетдинова һөйләүенсә, Мырҙаш ауылында Ҡышҡы һабантуй үткәреүгә һыуыҡтар ҙа, ҡарлы бурандар ҙа ҡамасаулай алманы.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото район хакимиәте сығанаҡтарынан алынды.