Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кемдә нимә ҡайғыһы
16 Июль 2019, 16:12

Самолетты тотҡарлаһалар, нимә эшләргә?

Самолетты тотҡарлаһалар, нимә эшләргә?Сәйәхәт итергә яратыусыларҙың күптәре шаһит булғаны бар бындай хәлгә. Тәү сиратта шуны белегеҙ: был мәсьәләне аэропорт хеҙмәте менән түгел, ә авиакомпания вәкилдәре менән хәл итергә кәрәк. Ә уларҙы ҡайҙан табырға һуң? Авиакомпания вәкиле һеҙҙең рейсты теркәгән ерҙә йәки самолетҡа ултырырға сыҡҡан урында булырға мөмкин.

Унда ла юҡ икән, билетығыҙҙа күрһәтелгән авиа-компания телефонына шылтыратығыҙ.
Рейсты тотҡарланған осраҡта, 7 йәшкә тиклемга балалары булған ғаиләләргә әсә һәм бала бүлмәһенән урын бирелергә тейеш. Самолет 2 сә-ғәткә тотҡарланһа, ике тапҡыр бушлай шылтыратырға һәм электрон почта аша ике хат ебәрергә рөхсәт ителә. Шулай уҡ һыуыҡ эсемлектәр менән дә тәьмин итеү ҡаралған. Ә 4 сәғәт көткәндән һуң да оса алмаһағыҙ, авиакомпания йылы аш менән тәьмин итергә тейеш. Бындай хеҙмәтләндереүҙе көндөҙ 6 сәғәт һайын, кисен 8 сәғәт һайын алырға була. 8 сәғәттән ашыу көтәһегеҙ икән, авиакомпания һеҙҙе ҡунаҡханаға урынлаштырырға, унда барырға транспорт бүлергә, багажды бушлай камерала һаҡларға тейеш. Әгәр ҙә улар урынлаштырған ҡунаҡхана шарттары һеҙгә оҡшамай икән, үҙегеҙгә оҡшағанына барып урынлашып, сығымдар буйынса квитанцияларығыҙҙы һаҡларға кәрәк. Һуңынан ошо документтар менән компенсация алырға мөмкин буласаҡ.
Самолет рейсы тотҡарланғанда күп кенә сығымдар булыуы ихтимал. Мәҫәлән, эш буйынса осрашыуға йәки сәйәхәтте дауам итеү өсөн икенсе самолетҡа һуңлау, йә алдан түләп ҡуйылған ҡунаҡханаға ваҡытында килеп етмәү һ.б. Был осраҡта ла зыян күреүсенең авиакомпанияға дәғүә белдереп, компенсация алырға хоҡуғы бар. Әммә шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: был ҡағиҙә тик авиакомпания ғәйебе менән рейс тотҡарланғанда ғына ғәмәлдә ҡала. Мәҫәлән, насар һауа шарттары компенсация алыуға сәбәп түгел. Шулай уҡ сәбәптең аэропорттан ситтәге хәлдәргә бәйле булыуы ихтимал.
Дәүғәне дөрөҫ белдереү өсөн самолет ваҡытында осмауға бәйле дәлилдәр менән күберәк документтар йыйырға кәрәк. Рейстың тотҡарланыуы тураһында иғлан ителгәс тә, компания вәкиленән билетығыҙға билдә ҡуйыуҙы һорағыҙ, ә самолетҡа ултырғас, осоу ваҡытын билдәләгеҙ. Түләгән барлыҡ чектарығыҙҙы ла һаҡлағыҙ. Компенсация алыу өсөн 6 ай эсендә барлыҡ дәлилдәр менән авиакомпанияға дәғүә белдерергә кәрәк. Әгәр ҙә 30 көн эсендә яуап килмәй икән, судҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Ярҙам кәрәк булһа, беҙҙең кон-сультация бүлегенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Һеҙгә күңелле сәйәхәт теләйбеҙ!
Регина ФӘТТӘХОВА,
“Гигиена һәм эпидемиология үҙәге”нең Стәрлетамаҡ район-ара филиалы юрисконсульты.
Читайте нас: